Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 12:48

Түләнгән аҡсалар ҡайҙа була?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бурыстарға бәйле кәңәшмә уҙғарҙы.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бурыстарға бәйле кәңәшмә уҙғарҙы. Идарасы компанияларҙың йылытыу һәм энергия менән тәьмин иткән ойошмаларға булған бурысын кәметеү мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, түләнмәгән сумманың төп өлөшө йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүгә бәйле. Бурыс 400 миллион һумға артып, 3 миллиард 624 миллион һумға еткән.Сумманың өстән ике өлөшөн Өфө идарасы компаниялары тейеш. "Граждандар идарасы компанияларға аҡса түләй. Әммә улар был аҡсаны ресурс менән тәьмин итеүселәргә күсермәй, башҡа маҡсатта тотона. Һуңынан, йә банкротлыҡ иғлан итә, йә башҡа һылтау табыла. Идарасы компанияларҙың законһыҙ эшмәкәрлеген ҡәтғи рәүештә сикләргә, был хәлде контролгә алырға тейешбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас