газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 10:35

Репетиторҙарҙы ҡыҫмаҡсылар

Республиканың Мәғариф министрлығы репетиторлыҡ менән көрәшәсәк.

Республиканың Мәғариф министрлығы репетиторлыҡ менән көрәшәсәк. Был турала мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте. "Мин бындай системаға ҡырҡа ҡаршымын. Баланың, мәктәптә уҡыуынан тыш, репетиторҙар менән шөғөлләнеүен мәғәнәһеҙлек, тип иҫәпләйем. Әгәр теге йәки был уҡытыусынан репетиторлыҡ тураһында тәҡдим ишетһә, ата-әсәләр йәки уларҙың законлы вәкилдәре министрлыҡҡа мөрәжәғәт итһен. Һәр осраҡ буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ", - тине ул. Ул шулай уҡ аҙ комплектлы мәктәптәрҙең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн бушлай онлайн-курстар индереүҙәрен билдәләне.Был уларға мәктәп программаһын үҙләштерергә һәм имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итәсәк.
Читайте нас