газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Новости
12 Декабря 2018, 07:44

Беҙгә файҙаһы тейһә ярай ҙа

Башҡортостан ҡаҙнаһы 10 миллиард һумға тулылана.

Башҡортостан ҡаҙнаһы 10 миллиард һумға тулылана. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта бюджет буйынса законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Ҡаҙнаға өҫтәмә 7 миллиард 200 миллион һум һалым йыйыла, шулай уҡ федераль үҙәктән 3 миллиард 200 миллион һум бүленә. Был аҡса бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу, муниципаль ҡаҙналарҙы тулыландырыу, ауыл хужалығына ярҙам итеү, район һәм ҡалаларҙа ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыу өсөн тотонола. Шулай уҡ беренсе балаһы тыуған ғаиләләргә социаль түләүҙәр бирелә. Шулай итеп, 2019 йылға республика бюджетының килеме яҡынса 193 миллиард һумға етәсәк.
Читайте нас