Ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләгән пенсионерҙар яңы йылдан пенсияға билдәләнгән түләүҙән 25% күләмендә өҫтәмә ала, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы. 2019 йылда билдәләнгән түләү күләме - 5334,19 һум. Өҫтәмәнең күләме 1333,55 һум тәшкил итә.