газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2018, 16:48

Һиҙелерлек ярҙам

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат ителә.

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат ителә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары законға ошондай үҙгәрештәр тәҡдим итте. Быға тиклем транспорт һалымына бәйле льгота күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған ине. Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, Республика етәксеһе Радий Хәбиров инвалид бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә лә льгота бирергә тәҡдим иткән. Шуға депутаттар ҡанунға үҙгәрештәр әҙерләй. Киләһе йылдан күп балалы ғаиләләргә транспорт һалымы түләмәҫкә рөхсәт ителә.
Читайте нас