Белгестәр яңы йылға карамель кәнфиттәр алырға тәҡдим итмәй. Шоколад, зефир һәм ҡаҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк, тигән фекерҙә улар. "Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте эксперттары яңы йыл бүләктәренең сифатына бәйле һорауҙарға яуап бирә", - ти ойошманың матбуғат секретары Анастасия Кусимова. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8-800-700-90-30. Иртәнге сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем шылтыратырға була. Һорауҙар 21 декабргә тиклем ҡабул ителә.