Республикала 2019 йылда пенсия 3 ғинуарҙан таратыла башлай. Ул почта элемтәһе ойошмаларының эш тәртибен иҫәпкә алып башҡарыла. Декабрь айындағы пенсия квитанцияларында яңы йылдан һуң алынасаҡ түләүҙәрҙең ваҡыты билдәләнә. 9 ғинуарҙан пенсия тейешле графикка ярашлы таратыла. Кредит ойошмаларына түләүҙәр килешеү ваҡыты буйынса күсереләсәк.