Декабрь башланыу менән ҡайһы бер закондарҙа үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Араларында транспорт өлкәһенә лә ҡағылышлыһы бар. Рәсәйҙә пилотһыҙ автомобилдәр хәрәкәте рөхсәт ителде. Мәскәү һәм Татарстан юлдарында водителһеҙ машиналар килеп сығасаҡ. Ошо ике төбәктә ошоға бәйле проект һынала. Эксперимент өсөн 100 автомобиль алына. Улар дөйөм ҡулланыштағы юлдар буйлап хәрәкәт итәсәк. Хәүефһеҙлек сараларына бәйле, башта һәр машинала инструктор ултырасаҡ. Авариялы хәл булған осраҡта, ул рулде үҙ ҡулына ала. Бындай автомобилдәргә махсус билдәләр ҡуйыла.