Илдә аэропорттар исемдәре өсөн тауыш биреү тамамланды. Йәмәғәт палатаһы иғлан иткән проектта "Өфө" аэропорты ла ҡатнаша. Тауыш биреүҙә бөтәһе 5 миллион кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан халҡының күбеһе шағир һәм яҙыусы Мостай Кәрим өсөн тауыш биргән. Икенсе урында - осоусы-герой Муса Гәрәев, өсөнсөлә - милли батырыбыҙ Салауат Юлаев. Конкурс һөҙөмтәләре ошо көндәрҙә декабрҙә иғлан ителәсәк.