газета "Салауат"
+13 °С
Облачно
Мәҙәниәт
10 Октября , 18:47

Йырлы тулҡындар

Яңыраҡ ҡаланың 4-се «Мираҫ» китапханаһында «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмәһе ағзаларының шиғырҙары, хикәйәләре тупланған «Йырлы тулҡындар» исемле яңы китаптарының исем туйы уҙҙы. Яңы тыуған бәпесте ҡулға алғандай, китапҡа тулҡынлы тойғолар, күтәренке күңел менән ҡағылыу байрамға әүерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йырлы тулҡындарЙырлы тулҡындар
Йырлы тулҡындар

Кемдәрҙеңдер тиҫтәләгән китаптары сыҡҡан, бәғзеләре ике-өс китабын баҫтырып сығартҡан, ә ҡайһы бер ағзаларҙың шиғырҙары беренсе тапҡыр үҙнәшер менән баҫылған китапҡа ингән. Был бик һөйөнөслө ваҡиға. Тулҡындарҙың күмәртәләп баҫтырып сығартҡан «Йырлы тулҡындар» исемле яңы китаптары ҡотло булһын!
«Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһының «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмә етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, шағир-ҡурайсы Иҙел Хәлимов, китапта баш һүҙен яҙып, китап сығыуға аҡ юл теләй: «Беҙҙең «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмәһендә башлап яҙыусылар үҙҙәренең тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен үҫтереп, тырышып ижад итәләр. Тормош матурлығын данлаған шиғыр һәм хикәйәләр яҙалар, дөрөҫлөктө һөйләгән тарихи материалдарҙы барлап, ҡәләм тибрәтәләр. Уларҙы матурлыҡ һәм илһам көсө, ергә һәм телгә, халҡына, тәбиғәткә булған һөйөү берләштерә».

ЙЫРЛЫ ТУЛҠЫНДАР
Һораһалар әгәр йыр ҡайҙа, тип,
Шикләнмәйсә яуап бирерлек:
Йырҙы ижад иткән һәр икенсе,
Беҙҙең яҡта ғына тиерлек!
Йырһыҙ күңел - аҡҡошһоҙ күл һымаҡ,
Таңғы елдәр уны наҙламай.
Ә кистәрен ҡыйғас ай ҙа йөҙмәй,
Серле йондоҙҙар ҙа баҙламай.
Тулҡын-тулҡын булып күңелдәрҙән,
Моңло хистәр әгәр ағылһа,
Күлдең иркә тулҡындары һымаҡ,
Күңел ярҙарына ҡағылһа,
Һорамағыҙ, йыр ҡайҙа икән, тип,
Беҙҙә һәр икенсе хислерәк!
Һағыштарҙан ҡай саҡ сәсәһә лә,
Йыры менән һәр саҡ көслөрәк!”
Иҙел Хәлимов үҙенең яңы шиғырында
төркөмдәштәренең ижады үҙенсәлекле
хис менән, матурлыҡҡа һәм гүзәллеккә,
йыр-моңға тулы булыуы хаҡында
һөйләй.
Нәжибә ФӘЙЗУЛЛИНА, «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмә ағзаһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас