

Ҡуйыусы режиссеры һәм инсценировка авторҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Зөһрә Бураҡаева, сценография һәм костюмдар - Ләйсән Хөсәйенова,
композитор - Магуля Мезинова, яҡтыртыу буйынса рәссам - Дмитрий Солопов. Хореграфия - Роберт Әмиров. Әйткәндәй, Роберт Әмиров бейеү сәнғәте донъяһында яҡшы билдәле: ҙур батлдар һәм фестивалдәрҙә еңеүсе һәм призер, «Студент яҙы» программаһы эксперты, «ТНТ-ла «Бейеүҙәр», «Бейе» һәм «DanceРеволюция» кеүек телевизион проекттарҙа ҡатнашыусы.
Премьера башланыр алдынан беҙгә режиссер менән был ябай булмаған әҫәр хағында фекер алышыу мөмкинлеге тыуҙы.
- «Урал-батыр» эпосын сәхнәгә ҡуйыу теләге миндә Милли йәштәр театрында «Аҡбуҙат» эпосын ҡуйғандан һуң тыуҙы. Урал-батыр - бик ҡатмарлы әҫәр. Уны быуаттар буйы сәсәндәр тулыландырып килгән, шуға күрә унда төрлө темалар күтәрелә. Урал-батыр үлемде еңеп, кешелеккә мәңгелек ғүмер бүләк итергә теләй. Әммә уның Йәншишмә һыуын кешеләргә түгел, тауҙарға һибеүе мине бик уйландырҙы. Уның был ҡылығын хыянатҡа тиңләйҙәр. Кешеләр мәңге йәш булып ҡалырға теләй, үлем өҫтөнән хакимлыҡ итергә тырыша - ошоно һәр образға монолог итеп бирҙек. Был спектакль үткәндәр тураһында түгел. Ул - ысын яҡшылыҡтың нимә икәнлеге һәм беҙҙе ниндәй киләсәк көтөүе хаҡында. Әгәр кешелек Урал-батырҙың төп васыятын боҙоп, мәңгелек тормош артынан ҡыуһа, ул ҡайҙа илтәсәк? Мин тамашасыға әҙер яуап бирмәйем. Әгәр һәр кем залдан сыҡҡас үҙе өсөн яуап тапһа - эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе шул булыр, - тип уртаҡлашты Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары менән бер рәттән яңы ғына хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған йәштәр ҙә ҡатнашты. Төп, Урал-батыр ролен уларҙың береһе Эмиль Дәүләтҡолов унай.
- Миңә Илсур Юлай улы төп роль тәҡдим иткәс, аптырашта ҡалдым, ныҡ ҡурҡтым, тулҡынландым. Уралбатырға типаж буйынса тап килмәйем кеүек тойолдо, уны аңлауы ла ауыр ине: ни өсөн кешелеккә ярҙам иткеһе килгән, ә һуңынан Йәншишмә һыуын кешеләргә бирмәй, тауҙарға һипкән һәм башҡалар. Илсур Юлай улының ҡуйған спектаклдәрен ҡарағаным булды, шуға уның менән эшләү бәхете тейгәнгә шатмын, әлбиттә. Ул - үҙенсәлекле режиссер, һәр спектаклде тәрән философик уйҙар менән сығара. Был образ өҫтөндә эшләгәндә бик күп әҙәбиәт, фәнни статьялар уҡырға тура килде. Уларҙан үҙемде ҡыҙыҡһындырған сетерекле һорауҙарға яуаптар эҙләнем. Режиссер ролгә инеп китергә ярҙам итте, - ти Эмиль Дәүләтҡолов.
Тамашасы фекере:
- «Урал-батыр» эпосын сәхнәгә сығарыу - үҙе үк батырлыҡ. Актерҙар составы, уларҙың образдарҙы оҫта һынландырыуы һәм халыҡҡа еткерә алыуы - ентекле, оло хеҙмәттең
һөҙөмтәһе. Беҙҙең бөгөнгө йәшәйеште һүрәтләгән спектаклде еренә еткереп уйнаған, әйтәһе фекерҙәрен тамашасы йөрәгенә үткәрә алған артистарыбыҙға «Афарин!» тиергә генә ҡала. Бында,
ысынлап та, күп нимәгә күҙҙәр асыла, айырыуса ике йөҙлөлөк ярылып ята, - тип уртаҡлашты Регина Аҙнаева.
- Залдың тулы булыуы кешеләрҙең милли мәҙәниәткә битараф түгеллеген, киреһенсә, ынтылышы барлығын күрһәтә, был бик ҡыуаныслы. Эпоста йәш артистар ҙа уйнаны. Улар тәүгә сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, ролдәрен шул тиклем матур, ихлас башҡарҙылар. Эпостың төп мәғәнәһен тамашасыларҙың йөрәгенә еткерер өсөн ижади төркөм тарафынан бик күп көс һалыныуы һиҙелә. Тап шундай йөрәктән сыҡҡан спектаклдәр генә хәтерҙә ҡала, тамашасының аңына үтеп инә һәм театрҙың киләсәгенә тәрән ышаныс уята, - ти Рәйлә Күсмәева.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Александр КАЗАКОВ фотолары.