газета "Салауат"
+13 °С
Облачно
Мәҙәниәт
10 Октября , 18:54

Алтындарға бирмәҫ хазина

Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында Республика көнөнә арналған матур йолаға әйләнгән интеллектуаль уйын йәнә гөрләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алтындарға бирмәҫ хазинаАлтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина

Ҡаланың ата-әсәләр комитеты «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы һәм «Толпар» ижади берекмәһе менән берлектә ҡала уҡыусыларын йәнә «Тыуған ерҙә - туған телдә» бәйгеһенә йыйҙы. Сарала ҡатнашыусылар йыл да гимназияла осрашып, башҡорт теле буйынса белемдәрен тикшерә, бер-береһе менән аралаша.
Быйыл уйында өс команда тупланып, туған телдәренең байлығын, зирәклеген һәм отҡорлоғон күрһәтте: 8-се лицейҙың «Хазина» командаһы (уҡытыусылары Гүзәл Хөснөтдинова), 20-се мәктәптең «Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр» командаһы (уҡытыусылары Бүләк Имсәғилева), 25-се башҡорт гимназияһының «Һомайҙың һылыуҙары» командаһы (етәксеһе Альмира Ғайсина). Ҡатнашыусыларҙың белемен абруйлы баһалама ағзалары: ата-әсәләр комитеты ағзаһы, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ишбулат Иҫәнбаев, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов, ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының баш белгесе Илүзә Янбаева, ҡала Советы депутаты Альберт Солтанов тикшерҙе.
- Әлеге сара биш йыл тирәһе уҙғарылып килә. Уның төп маҡсаты - башҡорт телен популярлаштырыу, - ти «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов. - Беҙ балаларға үҙҙәренең тарихын, мәҙәниәтен һәм рухи мираҫын белеү мөһим икәнлеген күрһәтергә теләйбеҙ. Был интеллектуаль уйын ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәренән йыйылған уҡыусыларҙы берләштерә. Улар бында яңы дуҫтар таба, туған телдәрендә иркен аралаша һәм бер-береһенең белемдәрен байыта.
- Бындай сараларҙы ҡалалағы һәр мәктәптә үткәреү ҡамасауламаҫ ине, - тип уртаҡлашты Альберт Солтанов. - Улар йәш быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә, туған телгә һөйөү уятыуға ҙур өлөш индерә. Мине бында икенсе йыл рәттән саҡыралар. Былтыр тәүге тапҡыр ҡатнашҡайным, бик оҡшаны, шуға быйыл да ҙур теләк менән килдем. Балаларыбыҙҙың үҙ туған телендә иркен һөйләшкәнен, фекерләгәнен күреү - үҙе бер ҡыуаныс.
Һәр ваҡыттағыса, депутат буш ҡул менән килмәгәйне - еңеүселәргә ул да бүләктәр тапшырҙы.
Интеллектуаль уйын һигеҙ турҙан торҙо. Уларҙың һәр береһе төрлө темаға арналғайны. Командалар үҙҙәре менән таныштырҙы, Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәрен, әҙәбиәтен, республиканың иҫтәлекле даталарын, милли аштарҙы белеүгә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, ижади һәләттәрен күрһәтте. Һәр ваҡыттағыса, быйыл да йондоҙҙарҙан һорауҙар яңғыраны. Быйыл уҡыусыларға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙел Нурғәлин, режиссер, яңыраҡ ҡына Салауат театрында «Урал-батыр» эпосын ҡуйған Илсур Ҡаҙаҡбаев, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Артур Таджидинов мөрәжәғәт итте. Ысынлап та, сәхнә әҫәрҙәре аша балаларҙа Тыуған илгә һөйөү, тарихҡа ҡарата ихтирам һәм милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләнә, ошондай ваҡыттарҙа уларҙың башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады буйынса белемдәре нығытыла.
Уйынды ҡаланың ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкерова бик оҫта һәм йәнле итеп алып барҙы. Баһалама ағзалары бәйгегә йомғаҡ яһаған арала, тамашасыларға гимназия уҡыусылары, Салауат театры актрисаһы Гөлфинә Ибәтуллина үҙҙәренең иң шәп сығыштарын бүләк итте.
Ниһайәт, көтөп алынған минуттар - еңеүселәрҙе билдәләү ваҡыты етте. Гимназияның «Һомайҙың һылыуҙары» иң яҡшыһы тип танылды, улар телде, йолаларҙы һәм тарихты иң һәйбәт белеүҙәрен күрһәтте. Икенсе урынды «Хазина» яуланы, өсөнсө урынға «Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр» сыҡты.
Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.Уҡыусыларҙың уңыштары артында остаздарының ҙур хеҙмәте ятыуын билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел. Уларҙың тырышлығы ла маҡтауға лайыҡ. Бындай саралар телде үҫтереү, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән ойоштороусыларҙың дөрөҫ юлда булыуына ишара.

Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Алтындарға бирмәҫ хазина
Автор:Дина Галеева
Читайте нас