

Байрам кәйефе театрға уҙғансы, уның алдындағы майҙансыҡта уҡ һиҙелде. Театр коллективы яратҡан тамашасыларын тышта ҡурай моңдары менән ҡаршы алып, уларҙы бейергә төшөрҙө. Ә фойела иһә матур фотозона ойошторолғайны.
Яңы ижад миҙгел асылыу менән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәзилә Хисмәтуллина ҡотланы.
- Барыһын да яңы миҙгел асылыу менән ҡотлайым! Театрға йөрөгәндәре, артистарыбыҙҙы рухландырғандары өсөн тамашасыларға рәхмәтлемен. Ижади коллективҡа ҙур уңыштар, яҡты юлдар теләйем. Был миҙгел мәҙәниәтебеҙ тарихына сағыу бит булып яҙылып ҡалһын ине, - тине ул һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән милли мәҙәниәтте һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә, йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн театр директры Айбулат Ҡотошовҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының почет грамотаһын тапшырҙы.
Айбулат Миңлеғәле улы барыһын да яңы миҙгел асылыу менән ҡотланы.
- Яратҡан тамашасыларыбыҙ! Беҙ һеҙҙе һағынып, көтөп алдыҡ. Һеҙҙең менән осрашырға насип булды. Хатта бөгөн көн дә шул тиклем нурҙарын йәлләмәй өләшә, сөнки беҙҙә бөгөн ысын мәғәнәһендә байрам. Ошо байрамға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яңы миҙгелдә беҙ һеҙҙе матур-матур тамашаларыбыҙ менән шатландырырбыҙ, тип ышанабыҙ. Һәм, һәр ваҡыт ошолай тулы залдарҙа сығыш яһарбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт.
Театр етәксеһе лә ҡотлау тантанаһын үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, Салауат театрында 25 йыл тоғро хеҙмәт итеүсе бухгалтер Альбина Заһитова Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде. Был көндө 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар ҙа хеҙмәттәштәренән бүләк-ҡотлауҙар алып шатланды. Уларға ижад күгендә тағы ла бейегерәк осоуҙарын, сәхнәгә яңы сағыу ролдәр сығарыуҙарын теләнеләр.
Быйылғы миҙгелдең иң шәп яңылыҡтарының береһе: театрға З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаусы биш йәш белгес эшкә ҡайтты. Улар: Ейәнсуранан - Салауат Әхмәров, Илештән - Илнара Ризуанова, Ҡыйғынан - Эмиль Дәүләтҡолов, Балтастан - Ремаль Йыһаншин һәм үҙебеҙҙең Салауат ҡыҙы - Дилара Ғәйнетдинова. Был, ысынлап та, шәп яңылыҡ, сөнки һуңғы тапҡыр театрға бер төркөм артистар 2006 йылда килгән булған!
93-сө миҙгел ябылғанда «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы өс осраҡлы тамашасыға бүләктәр тапшырғайны һәм яңы миҙгелдә лә сюрприздар вәғәҙә иткәйне. Вәғәҙә - иман, тигәндәй, ойошма рәйесе Илгиз Кәримов был юлы ла бүләктәрен тотоп сәхнә түренә ашыҡты.
- Хөрмәтле тамашасылар! Бөгөн зал тулы, миҙгел буйы шулай булһын, килегеҙ, йөрөгөҙ, сөнки театр коллективы беҙҙең өсөн эшләй, тырыша, - тине ул бүләктәрҙе тапшырып.
Ул көндө Салауат театрына Стәрлебаш районының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, ирекмәндәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындары, туғандары килгәйне.
Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылы биләмәһенең ирекмәндәр штабы етәксеһе Зәриә Иҫәнғужина театрға рәхмәт белдерҙе һәм театр директоры Айбулат Ҡотошовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы.
Һәр ваҡыттағыса, яңы театр миҙгеле йөкмәткеле булырға вәғәҙәләй. Коллектив үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ил буйлап гастролдәргә йөрөй һәм коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша. Тиҙҙән, октябрҙә, «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы буйынса Адыгея республикаһының Майкоп ҡалаһына сәфәр көтөлә. Унан ҡайтҡас та «Йәшәгән, ти..» спектакле менән Пермь өлкәһе Кудымкар ҡалаһында үтәсәк «Хәбәрнамә» милләт-ара театр фестиваленә юлланасаҡтар. Шулай уҡ актерҙарҙың юбилей кисәләре, республика буйлап гастролдәр һәм, әлбиттә, яңы спектаклдәр көтөлә.
Һуңынан тамашасылар «Игеҙәктәр» спектаклен ҡараны.