

- Яңы миҙгелдең төп ваҡиғаһы ниндәй буласаҡ?
- Беҙ Пермгә «Пермь фантасмагорияһы» халыҡ-ара фестиваленә барасаҡбыҙ. Был Рәсәйҙә һәм, ғөмүмән, донъяла рус һәм сит ил мистик яҙыусылары, мәҫәлән, Гоголь, Булгаков, Достоевский әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған берҙәнбер фестиваль. Беҙҙең репертуарҙа Николай Гоголь поэмаһы мотивтары буйынса «Үле йәндәр» спектакле бар, уның премьераһы беҙҙең сәхнәлә 2025 йылда үтте. Фестиваль 1 октябрҙән 7-һенә тиклем үтә, унда һигеҙ ил ҡатнаша. Рәсәй исеменән бер нисә төбәк сығыш яһаясаҡ. Беҙ 6 октябрҙә, «Үле йәндәр» спектакле менән Пермь ҡурсаҡ театрының ҙур сәхнәһендә сығыш яһаясаҡбыҙ. Был бик яуаплы һәм абруйлы, беҙҙең өсөн - ҙур ваҡиға. Беҙҙең делегацияла 23 кеше ҡатнаша.
«Үле йәндәр» спектакле Рауил Хәкимовтың автор интерпретацияһы буйынса эшләнгән. Спектакль үлемһеҙ классик әҫәргә гротеск ҡараш тәҡдим итә.
- Миҙгелде рәсми асыу октябрь аҙағына планлаштырыуға ҡарамаҫтан, тамашасыға сентябрҙә ниндәй әҫәрҙәр тәҡдим итәсәкһегеҙ?
- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында балалар әкиәте буласаҡ. Был әҫәр юлдарҙа балалар травматизмын иҫкәртеү маҡсатында эшләнгән. Коллектив менән һайын яңы спектакль ҡуйырға тырышабыҙ. Быйыл уны колледжды тамамлаған йәш режиссер Олег Дмитриенко ҡуя. Ул «Йәнлек детективы» китабы буйынса популяр йәнһүрәтте нигеҙ итеп ала. Спектакль фәһемле формала, динамик, хәрәкәтсән, бәләкәй тамашасылар өсөн бейеүҙәр һәм интерактивтар менән үтәсәк.
- Пушкин картаһынан нимә ҡарарға мөмкин?
- Сентябрь уртаһында үҫмерҙәр өсөн Пушкин картаһы буйынса патриотик эш башлаясаҡбыҙ. Сөнки ҡалала шайморатов кластары бар, һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтер бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай. Генерал Шайморатов тураһында әҫәрҙе нигеҙ итеп алып Рәсәй Федерацияһы Геройы тураһында хәрби тарих булдырырға теләйбеҙ. Бынан тыш республика буйлап гастролдәргә сығырға ниәтләйбеҙ.
- Октябрҙә асыласаҡ миҙгелдең төп премьераһы хаҡында бер нисә һүҙ.
- Пермдәге фестивалдә ҡатнашыу сәбәпле планлаштырылған датаға бер аҙ өлгөрмәҫбеҙ тип ҡурҡам. Унда бит бөтә труппа бара, ә артистар араһында 80 йәштән өлкәндәр ҙә бар. Миҙгелде классик характерҙағы яҡшы сағыу музыкаль комедия менән асырға планлаштырабыҙ. Был Пьер Огюстен Карон де Бомаршеның «Женитьба Фигаро» китабы мотивтары буйынса комедия буласаҡ. Спектакль халыҡ өсөн ысын байрам булырға тейеш.
- Йыл аҙағына тиклем тамашасыларҙы ниндәй яңылыҡтар менән ҡыуандырырға йыйынаһығыҙ?
- Ноябрь айында беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиға - Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминевтың 85 йәшлек юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Рим ағай - бөгөнгө көндә сәхнәлә ижад итеүен дауам иткән иң өлкән артистарыбыҙҙың береһе, республикала ундай оҫталар һанаулы ғына. Ә йылды декабрь кампанияһы менән йомғаҡлайбыҙ: ун көн дауамында балалар өсөн әкиәттәр сәхнәләштерәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, ярты йыллыҡҡа дүрт ҙур спектакль планлаштырҙыҡ. Эш күләме ҙур, әммә барыһы ла уйлағанса килеп сығыр тип ышанам.
- «Беҙҙең театр» труппаһына яңы кешеләр эҙләүе хаҡында хәбәр халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятты.
- Был - театр тормошоноң тәбиғи процесы. Кешеләр китә, үҙҙәрен башҡа өлкәлә һынап ҡарай, яҡшыраҡ шарттар эҙләй. Йәштәр араһында был айырыуса йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, бер артисыбыҙ медицина университетына уҡырға инеп, һөнәрен алмаштырырға булды. Унда ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә китергә тура килде. Коллективта һәр кемдең ҡәҙерен беләбеҙ, әммә тормош дауам итә, яңы кешеләр килә. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуясаҡ.
- Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты менән маҡсатлы уҡытыу буйынса хеҙмәттәшлек дауам итәме?
- Эйе, әммә быйыл бер генә егет. Бер нисә кеше үҙҙәрен һынап ҡараны. Әммә Олег Дмитриенко ғына үтте. Олег Стәрлетамаҡта мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлаған, уның урта махсус белеме бар, хәҙер ул юғары белемгә ынтыла.
- Етәксе булараҡ, алдағы пландарығыҙ ниндәй?
- Беҙҙең перспективалар бер нисә миҙгелгә алдан билдәләнгән. Төп маҡсат - тағы ла сифатлыраҡ,
ҡыҙыҡлыраҡ эштәр ижад итеү. Фестивалдәргә ғаризалар ебәрҙек, ҡайһы берҙәре буйынса яуаптар көтәбеҙ. Силәбе, Новосибирск, СанктПетербург кеүек ҡалаларҙа сығыш яһау - театр өсөн ҙур үҫеш. «Беҙҙең театр» исемен республиканан ситтә лә белә башлауҙары ҡыуаныслы.
- Яңы миҙгел алдынан коллективҡа теләктәрегеҙ.
- Алдағы миҙгел - юбилей алды осоро. 2018 йылдан бирле эшләйбеҙ, башында торған өс кешебеҙ әле лә сафта. Уларҙың ижадҡа булған һөйөүе һүнмәһен ине. Эшкә бары тик эш хаҡы алыр өсөн генә түгел, ә йән
атыуы, илһам менән килергә кәрәк. Сәхнә - ул механик хәрәкәттәр йыйылмаһы түгел, ә рухи донъя. Ҡыйынлыҡтар булһа ла, ниҙер килеп сыҡмаһа ла, эске ут һүнмәһен. Беҙ - бер команда, бер ғаилә. Бер-беребеҙҙең ижад утын ҡабыҙып, уны тамашасыға бүләк итеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Һәр сығышыбыҙҙа тамашасы күңелендә яҡты эҙ ҡалдырырға, уларҙы уйландырырға һәм йәшәргә дәрт бирергә тейешбеҙ. Алдағы миҙгел беҙҙең өсөн яңы үрҙәр, яңы асыштар һәм, әлбиттә, ижади еңеүҙәр йылы булыр тип ышанам. Бергә булғанда ғына беҙҙең театрҙың йондоҙо балҡыясаҡ, ә тамашасыбыҙҙың һөйөүе беҙҙе тағы ла бейегерәк маҡсаттарға илтәсәк.