газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт
7 Июля , 04:42

Миҙгел ябылды, премьера уйналды

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 93-сө ижад миҙгелен «Игеҙәктәр» музыкаль комедияһы менән япты. Был спектакль теүәл 30 йыл элек беҙҙең театрҙа режиссер Илдар Вәлиев тарафынан беренсе тапҡыр ҡуйылған, тулы залдар йыйып, оҙаҡ йылдар уңышлы барған. Әле лә шул уҡ режиссер тарафынан «Игеҙәктәр» ҡабаттан тергеҙелде.

Миҙгел ябылды, премьера уйналдыМиҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды

Спектакль башланыр алдынан ижади тормошон Салауат театрына арнаған хөрмәтле сәхнә ветерандарын сәләмләнеләр. Улар араһында  ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминев та бар ине.
Алып барыусылар театр коллективының уҙған миҙгелдә уңышлы эшләп, өр-яңы спектаклдәр сығарыуын, фестивалдәрҙә ҡатнашыуын, арымай-талмай республиканың ҡала-райондарында гастролдәргә сығыуын әйтте.
Сәхнәгә ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Ирина Борисова күтәрелде.
- Салауат театры - республиканың иң яҡшы театрҙарының береһе. Артистарыбыҙ беҙҙе һәр  миҙгелдә шәп спектаклдәре менән ҡыуандыра,  профессионализмы менән таң ҡалдыра. Улар үҙ ҡаҙанында  ғына ҡайнамай, ә ситтән ҡунаҡтарҙы саҡыра, үҙҙәре лә төбәктән ситкә сығып сығыш яһай. Театр коллективын  сираттағы ижади миҙгел тамамланыуы, тағы бер баҫҡысҡа күтәрелеүҙәре менән ҡотлайым. Артистарыбыҙ бер аҙ ял итеп алыр һәм тиҙҙән тағы беҙҙе яңы спектаклдәре менән ҡыуандыра башлар. Быйылғы Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылында театрыбыҙҙың тамаша залы ғаиләләр менән тулы булыуын, ғаилә традицияларының ижади рух менән нығытылыуын теләйем, - тине Ирина Борисова.
Ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ҡала сараларын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн театр водителе Сергей Макаревичты, күп йыллыҡ хеҙмәте, эшендәге юғары профессионализмы, ҡала мәҙәниәтен үҫтереүгә шәхси өлөш индергәне өсөн театрҙың художество-постановка бүлеге мөдире Ирина Фәйезованы ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов та коллективын ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, яңы миҙгелде лә уңышлы асыуҙарына ышаныс белдерҙе, зал тултырып килгән тамашасыларға рәхмәт әйтте.
Намыҫлы хеҙмәте, театрға һөйөүе һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн театрҙың әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе Динә Бәширова Айбулат Миңлеғәле улы ҡулынан театрҙың почет грамотаһын алды. Талантлы бейеүсе, барлыҡ ҡала һәм театр сараларын алып барыусы, йәш актер Илназ Динисламов бүләккә лайыҡ булды.
«Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы быйыл осраҡлы рәүештә һайлап алыу юлы  менән билдәләнгән ике тамашасыға бүләктәр тапшырҙы. Уның рәйесе Илгиз Кәримов Салауат театры менән оҙаҡ йылдар берлектә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен
белдерҙе. Ул да миҙгелдең әүҙем актерҙары - Артур Таджидинов менән Гөлфинә Ибәтуллинаны ойошманың рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте.
Рәсми өлөш тамамланғандан һуң тамашасы рәхәтләнеп музыкаль комедияны ҡараны. Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, премьера аншлаг менән уҙҙы.
Ваҡиғалар уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала. Уның үҙәгендә - ике игеҙәк ҡыҙ - Рәсилә менән Рәсимә һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә. Премьераны ҡарарға тирә-яҡ район-ҡалаларҙан, ауылдарҙан да килгәйнеләр.
Гөлшат Игбаева, Гөлназ һәм Ринат Ҡунаҡбаевтар - Һабаш ауылынан.
- Афишаны күҙәтеп, театрҙа үткән спектаклдәрҙе, премьераларҙы бер ҙә  уҙғармай ҡарап барабыҙ, ауылдан йыйылышып гел киләбеҙ. «Игеҙәктәр» спектаклен бәләкәйҙән ҡарап үҫтек. Уны ҡуйыр булһалар, телевизор алдына теҙелешеп ултырыр инек. Үҙемдең дә игеҙәк малайҙарым бар, шуға ла был тема миңә яҡын. Артистар бик оҫта уйнай, ролдәрен шәп башҡаралар, уларҙың уйынына гел һоҡланып ҡайтабыҙ, -ти Гөлшат апай.

- Премьера бик шәп, рәхәтләнеп ял иттек. Артистар матур уйнай. Йәштәргә лә һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Комедия еңел, аңлайышлы, кеше лә бик күп. Театрға ошондай матур спектаклдәр бүләк иткәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ, - Гөлназ һәм Ринат Ҡунаҡбаевтар.

Спектакль тамамланғандан һуң, 33-сө тапҡыр тапшырылған «Миҙгелдең иң яҡшы актеры» премияһын  билдәләү мәле булды. Быйыл был премияға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов лайыҡ тип табылды.
- Директор урынбаҫары, художество етәксеһе булғанда был премияны актерҙарға үҙем тапшыра торғайным, улар  өсөн шатлана инем. Бөгөн иһә ошо урында - үҙем. Эшемде юғары баһалағандары өсөн коллегаларыма, тамашасыма ҙур рәхмәт, - тине премия хужаһы Рөстәм Рамазан улы.
Миҙгел ябылды, премьера уйналды. Яңы миҙгелдә лә театр коллективы тамашасыларын яңы спектаклдәре менән ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ. 
Динә ҒӘЛИЕВА.
Автор һәм Александр КАЗАКОВ фотолары.

Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Миҙгел ябылды, премьера уйналды
Автор:Дина Галеева
Читайте нас