Мәҙәниәт
19 Июня , 09:40

Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ

16 июндә, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыған көндө, Батыр аллеяһындағы Салауат Юлаев бюсына һәм Ленин урамындағы иҫтәлекле ташҡа сәскәләр һалыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин, ҡала округы Советы рәйесе Алексей Соболев, депутаттар ҡатнашты.

Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡБашҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ

Тантананы халҡыбыҙҙың тарихи мираҫына һәм мәҙәни традицияларына хөрмәт атмосфераһын тыуҙырған концерт номерҙары биҙәне. «Самрау», «Йондоҙ» ансамблдәренең, «Осҡон» ҡурайсылар ансамбленең сығыштары байрам сараһының сағыу биҙәге булды.
Шулай уҡ был көндө Салауат ҡалаһында Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайының Салауат бүлексәһе эшмәкәрлеге өсөн яңы майҙан асылды. 30 йыллыҡ тарихы булған йәмәғәт ойошмаһында 21 активист эшләй.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов ойошманың ун төп йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне, әммә әлеге ваҡытта өҫтөнлөклө бурыс - ғаиләләр менән эшләү. Ул йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү буйынса идеяларҙы артабан тормошҡа ашырырға һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген үҫтерергә саҡырҙы. «Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ, һәр кем уның менән ҡыҙыҡһына ала», - тип билдәләне Юлдаш Йосопов.
- Салауат ҡалаһы башҡорт батыры исемен йөрөтә. Шуға күрә бөгөн Башҡортостан Республикаһында ҙурлығы, халҡы һаны буйынса өсөнсө ҡалаға иғтибар итергә тәҡдим итәм. Бөгөн һеҙ беҙҙең ҡаланы икенсе яҡтан күрҙегеҙ, ул мәҙәни йәһәттән республика, бөтә донъя масштабындағы һәр сараны ҡабул итергә әҙер. Беҙ республика комитеты менән берлектә эшләргә тейешбеҙ, - тине ҡала башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров осрашыуҙар һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн урын ойоштороу тураһындағы күптәнге хыялы менән уртаҡлашты. Ул был мәсьәләләрҙең Башҡортостандың төп халҡы булған башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, йолаларын, рухиәтен һәм тарихын һаҡлау, нығытыу һәм үҫтереү менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Яңы бинала башҡорттарҙың көнкүреше, тарихы һәм мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек биргән материалдар һәм һынлы сәнғәт әйберҙәре буласаҡ. Йәштәрҙе, балаларҙы милли рухта тәрбиәләү, уларҙың милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу - быларҙың барыһы ла киләсәктә башҡорт халҡының үҫеше һәм нығыныуы өсөн бик мөһим.
Салауат ҡоролтай майҙансығын әҙерләү һәм асыу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан активистарҙы бүләкләп үттеләр. Ҡала хакимиәте башлығы биргән вәғәҙәләрен үтәй, хәҙер ҡоролтайҙың үҙ бинаһы, тирмәһе бар.
Юлдаш Йосопов шулай уҡ үҙәк Ленин майҙанын, Ағиҙел буйын ҡараны, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында булды. Ҡаланың нисек үҫешкәнен, эшләнгәнен һәм артабан нимә буласағын күрҙе. Был сәфәр, башҡорт халҡының милли үҙаңын нығытыу, мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу йәһәтенән бик мөһим аҙым булды.

Фотолар Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжынан.

Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Башҡорт мәҙәниәте барыһына ла асыҡ
Автор:Дина Галеева
Читайте нас