газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
11 Июня , 10:47

Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан

Юлдаш ауылы янындағы яланда сираттағы тапҡыр халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы - «Ҡарға бутҡаһы» байрамы гөрләп уҙҙы. Был көндө ялан йыр-моңға, шат тауыштарға күмелде, ә күңелдәр йылылыҡ һәм берҙәмлек хисе менән тулды. Сараны, һәр ваҡыттағыса, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы Ата-әсәләр комитеты менән берлектә ойошторҙо. Маҡсаты - йәш быуынды берләштереп, уларҙы милли йолаларыбыҙ менән таныштырыу, йыр-моңдарыбыҙҙы уларға еткереү. 

Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде яланЯҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан

«Ҡарға бутҡаһы» күп йылдар дауамында үткәрелеп килә. Байрамға ҙур теләк менән ҡушылыусыларҙың  һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Көндәр ямғырлы тороуға ҡарамаҫтан, күрше ҡала-райондарҙан да килгән ҡунаҡтар булды.
Байрамды «Аҡбуҙат» ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов менән Ата-әсәләр комитеты рәйесе Илнур Ниғмәтуллин асып ебәрҙе.
- «Ҡарға бутҡаһы» - ул халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм киләсәк быуынға  тапшырыу өсөн мөһим байрам. Бындай саралар ололарҙы ла, кескәйҙәрҙе лә берләштерә, сөнки уларҙа халыҡтың тарихы, мәҙәниәте һәм йыр- моңо сағыла. Был байрамдың кәрәклегенә, уның йәш быуын  өсөн тәрбиәүи әһәмиәтенә шигем юк, - тине Илгиз Кәримов.
«Толпар» башҡорт балалар ижади берекмәһе балаларын бүләкләп үткәндән һуң, балалар ололар менән  бергәләп башҡорт халыҡ уйындарын уйнаны, төрлө ярыш-конкурстарҙа ҡатнашып бүләктәр алды. Үҙҙәренең һөнәрҙәрен дә күрһәттеләр: Шамил һәм Наил Вилдановтар ҡурайҙа уйнаһа, Мәләүез районынан Әмир Үзбәков, Өфө  ҡыҙы Йәсминә Йәрмөхәмәтова үҙҙәренең йырҙарын бүләк итте, Айлинаның бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде. Гөлшат, Тәскирә, Миңһылыу апайҙарҙың йырҙары ҙур ялан буйлап яңғыраны. Байрамда Юлдаш ауылы һәм Салауат ҡалаһы ағинәйҙәре лә ихлас ҡатнашты.  Улар күмәкләп йырлап, дәрт өҫтәһә, Рәшиҙә апай  Буранғолова үҙенең моңло тауышы менән халыҡ йыры «Һыбай ҡашҡа»ны һуҙҙы, сәй табынын әҙерләшеүҙән дә ситтә ҡалманы ағинәйҙәр. Шулай уҡ шәп йырсы Данир Ирғәлиндың (IRDAN) дәртле  йырҙары сараның йәмен тағы ла нығыраҡ арттырҙы - бер кем дә урынында битараф баҫып торманы, уға ҡушылып йырланы, бейене.

Балалар уйындар уйнаған ваҡытта инәйҙәр усаҡҡа ҡаҙан элеп тәмле бутҡа бешерҙе, самауыр сәйен ҡайнатты. Бутҡаны, һәр ваҡыттағыса, Гөлмирә апай Рәхимова бешерҙе. Байрам һуңында инәйҙәр балалар менән бергә донъяларыбыҙҙың имен булыуын теләп, ҡарғаларға ла  өлөш сығарып, ағас төптәренә бутҡа һалып сыҡты.

Байрамды ойошторорға ярҙам иткән Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улына, байрамды йәмләп музыка яҡтан биҙәүсе Рәзилә Күсәрбаеваға, байрамда ҡатнашыусы кескәй дуҫтарыбыҙға, уларҙың ата-әсәләренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Рәсимә ДӘМИНЕВА.

Фотолар «Аҡбуҙат» ойошмаһынан.

Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Яҙғы нурға, йыр-моңға күмелде ялан
Автор:Дина Галеева
Читайте нас