газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
11 Июня , 11:06

Быуындарҙы бәйләүсе рухи ҡомартҡы

«Урал батыр» эпосы көнө ҡаланың күп китапханаларында, мәктәптәрендә билдәләнде. «Мираҫ» тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы ла ситтә ҡалманы - унда матур сара уҙғарылды.

Быуындарҙы бәйләүсе рухи ҡомартҡыБыуындарҙы бәйләүсе рухи ҡомартҡы
Быуындарҙы бәйләүсе рухи ҡомартҡы

Китапхана мөдире Гөлназ Ҡорманова серле лә, ғәжәп тә, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының изгеләрҙән-изге булған боронғо әҙәби ҡомартҡыһы тураһында ентекле һөйләп, сараны асып ебәрҙе. Халыҡтар араһында ынйылай урын алып торған эпос хаҡында йыйылылыусылар ҙа үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров та халҡыбыҙҙың рухи мираҫына һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тураһында һөйләне. Оҙаҡ йылдар Салауат педагогия колледжында уҡытыусы һәм директор урынбаҫары булып эшләгән, «Ағинәйҙәр» ойошмаһын етәкләгән Рәшиҙә Буранғолованы ҡалабыҙҙа  белмәгән кеше юҡтыр. Ә «Урал батыр» эпосын яҙып ҡалдырған Мөхәмәтша Буранғоловтың туғанлыҡ ептәре Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙына тығыҙ бәйле икәнлеген күптәр белмәйҙер ҙә. Педагогия институтын тамамланғандан һуң йәш  ҡыҙҙы Ырымбур өлкәһенә эшкәебәрәләр. Бына шул яҡтарҙа - Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ауылында шағир, сәсән, драматург, фольклорсының яҡын туғаны Ғаяз Мөхәмәтнур улы менән яҙмышын бәйләй ҙә инде Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы. Мөхәмәтша Буранғолов тураһында, уның туғандары
һөйләгәндәре менән уртаҡлашыуы, күп яңылыҡтар һәр кемде ҡыҙыҡһындырҙы. Мөхәмәтша Буранғоловтың 22 йәшлек сағында ғына, Ғәбит менән Хәмит сәсәндәрҙән эпосты яҙып ала башлағанда  күпме ҡаршылыҡтар күреүен, туҡтап ҡалмай, маҡсаттарына табан ҡыйыу барыуҙары тураһында ла белде йыйылыусылар.
Мәктәптә уҡыған сағында уҡ Иҙел Хәлимов «Урал батыр» эпосы әҫәре менән ҡыҙыҡһына башлай, ҡабат-ҡабат уҡып сыға. Был әҫәрҙең тылсымы уны шул тиклем әсир итә, шуға шиғырҙарында Урал батыр, Аҡбуҙат, халҡына булған ғорурлыҡ төп урын алып тора. Алтындан да ҡиммәт «Урал батыр» эпосына, Мөхәмәтша Буранғоловҡа хөрмәт йөҙөнән ҡурай моңдары ла ағылды Иҙел Хәмит улының ҡурайынан. 
Фәниә Сатучина Мәрйәм Бураҡаеваның китабынан «Урал батыр» эпосы тураһында яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе, үҙ фекерен дә әйтеп үтте.

Ошо илһам һәм ғорурлыҡ хистәре мине лә «Урал батыр» тураһында шиғыр яҙырға мәжбүр итте.
Урал батыр эпосын
Бәйән итәйем һеҙгә,
Мөхәмәтшә Буранғолов
Яҙып, еткергән беҙгә.
Сәсәндәрҙән яҙып алған -
Хәмит менән Ғәбиттән.
Урал батыр легендаһы
Телдән телгә һөйләнгән.
...Йәнбирҙе менән Йәнбикә,
Бер утрауҙа йәшәгән.
Ҡайҙан килгән, ҡасан килгән
Үҙҙәре лә белмәгән.
Күпме ғүмер йәшәгәнде
Уйлап та бирмәгәндәр.
Үлемдең нимә икәнен
Көтмәгән-белмәгәндәр.
Йәшәгәндәр ер йөҙөндә
Килгәндәй мәңгелеккә.
Үҙебеҙ үлем, тигәндәр
Барлыҡ йыртҡыс, йәнлеккә.
Баштары күккә тейерҙәй,
Тауҙай бейек кәүҙәле.
Ағасты йолҡоп, суҡмарҙай
Быраҡтырыр хәлдәре.
Айҙар үткән, йылдар үткән,
Икәү ғүмер иткәндәр.
Көнкүреште ҡырағайҙай
Йәнлектәй үҙ иткәндәр.
Әзмәүерҙәй кәүҙә менән
Диңгеҙҙә юл ярғандар.
Балыҡтымы, кейектеме,
Тотоп алып ҡайтҡандар.
Булмаған унда бешереү,
Сей итте кимергәндәр.
Һыуһын ҡандырып, һемереп
Йәнлек ҡанын эскәндәр.
Һауыт-һаба юҡ уларҙа,
Усаҡ яғып бешереү,
Йәнлек аулап, йәнлек тотоп
Баш-йөрәген кимереү.
Арыҫлан уларға аттай -
Менеп йөрөр булғандар.
Шоңҡар, суртанды өйрәтеп
Һунар итер булғандар.
Йылдар үткән, тора-бара
Ике ул үҫтергәндәр.
Күҙгә күренеп улдары
Кәүҙәгә тиҙ үҫкәндәр.
Олоһо булған ти Шүлгән,
Ун ике йәше тулған.
Кесе улдары ун йәшлек,
Урал исемле булған.
Ай үҫәһен йыл үҫкәндәй
Кәүҙәгә ҙур, мыҡтылар.
Үҫкән бейек ағастарҙан
Аша ҡарап торалар.
Шаярышып, икәүләшеп
Көс һынап ҡарағандар.
Берен-бере алмаш-тилмәш
Көрәшешеп йыҡҡандар.
Йәнлек йөрәген биргәндәр,
Ашарға улдарына,
Тыйғандар ҡанын эсмәҫкә,
Теймәҫкә туҫтағына...
Нәжибә Фәйзуллина.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас