

«Мираҫ» тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһының әүҙем дуҫтары - «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары «Әҙәби Салауат» тигән сараға саҡырылды. Унда 5-се филиал - Сәнғәт китапхананаһына йөрөгән «Тергеҙелеү» әҙәби ойошмаһының
шағир-шағирәләре, 9-сы «Халыҡтар йондоҙлоғо» китапханаһы ағзалары, шағирәһе ҡатнашты. Урыҫ, сыуаш, башҡорт һәм татар телле әҙәбиәт һөйөүселәргә һүҙ бирелде, һәр береһе ҡыҫҡаса үҙе тураһында һөйләп, шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Әҙәби ойошма, уларҙың ағзалары, китаптары тураһында бик күп яңылыҡтар белдек. Айырыуса, сыуаш телле халыҡтың 25 йәштә генә мәрхүм булған шағир Константин Васильевич Ивановтың яҙып ҡалдырған шиғырҙарын, поэмаларын онотмай уҡыуы, күп телдәргә тәржемә ителеп китаптары баҫтырылып сығыуын белеү ҙә бер ғорурлыҡ булды.
«Тулҡын» әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары сараға йырлы күстәнәстәр менән килде. Гармун, ҡурай, мандолина, ҡумыҙ моңдарын яратып тыңланылар. Күмәкләп, айырым йырлаған йырҙарҙы башҡарғанда ҡул сабыпултырҙылар йыйылыусылар, күңелле көйҙәргә бейергә төшөүселәр ҙә булды. «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары баҫтырып сығарған китаптарынан күргәҙмә лә тәҡдим ителде.
Нәжибә Фәйзуллина.