

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре балаларға «Йәй утрауы» тип исемләнгән сағыу байрам программаһын әҙерләгәйне. «Йәй утрауы» хужалары йыйылыусыларҙы каникулдар башланыу менән ҡотлап, уларҙы күңелле байрам сараһына йәлеп итте. Барлыҡ ҡунаҡтар менән бергәләшеп йырланылар, бейенеләр, дәртле флешмобта һәм бейеү батлында ҡатнаштылар. Балалар менән бергә уларҙың ата-әсәләре лә күңел асты.
Көн болотлап, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, балаларҙың кәйефе һис төшмәне. Байрам мөхитен «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең ижади коллективтары: «Төрлө кешеләр» вокал студияһы, «Soul Dance» һәм «Gold Crew» бейеү төркөмдәре, шулай уҡ йәш артист Богдан Сәфәрғәлиевтың сығышы биҙәне.
Күмәкләшеп, төрлө төҫтәге буяуҙар онтағын һауаға осороу менән «Йәй утрауы» сағыу төҫтәргә күмелде. Был күренеш үҙе үк байрамдың иң күркәм мәле ине.
Балалар сағыу тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
23-сө мәктәп уҡыусылары Русалина Ҡотлоәхмәтова һәм Алана Пашина байрамдан бик ҡәнәғәт.
-Байрам бик шәп, кәйеф - күтәренке! Ел-ямғыр ҙа уны боҙа алманы, - тип бүлешә баштан-аяҡ сағыу төҫтәргә күмелгән әхирәттәр. - Уҡыу йылын яҡшы тамамланыҡ һәм бергәләп лагерҙа ял итергә ниәтләйбеҙ.
2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы Эрик Ишморатов байрамға килгәненә бик шат:
- Байрам бик оҡшаны! Күңелле музыка, шат тауыштар яңғырай, барыһы ла рәхәтләнеп күңел аса. Кейемемде сағыу итеү өсөн һары һәм ҡыҙғылт-һары төҫтәрҙе һайланым. Мәктәпте яҡшы тамамланым, хәҙер каникулда рәхәтләнеп ял итәм! Июлдә лагерға барырға йыйынам, ата-әсәйем менән диңгеҙгә лә юлланырға ниәтләйбеҙ.