газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
3 Июня , 11:47

«Минең яратҡан персонажым»

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында «Минең яратҡан персонажым» конкурсына йомғаҡ яһалды, Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнөнә арнап күңелле сара уҙғарылды.

«Минең яратҡан персонажым»«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»

Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурсҡа эштәр күп килгән.
- Был проектты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театрыбыҙ актрисаһы Рәмзиә Мәҡсүтова менән бергә уйлап сығарҙыҡ. Маҡсатыбыҙ - балаларҙы бәләкәйҙән театр, ижад донъяһына йәлеп итеү. Был конкурс спектаклде тамашсының күңелендә оҙайтыу ысулы булып тора. Бала яратҡан геройын ҡағыҙға төшөрөп, беҙҙең ижадташтарыбыҙ булып китә. Шул тиклем күп ҡатнашыусы булыр, тип көтмәгәйнек - бөтәһе 150-гә яҡын эш алдыҡ, - тип уртаҡлаша театрҙың маркетинг буйынса белгесе Альбина Ғәлиуллина.

- Бәләкәй тамашасылар иң әүҙемдәре: улар спектаклдәргә сәскәләр һәм бүләктәр менән килә, һәм беҙ ҙә, яуап итеп, уларға ошондай байрам ойошторорға булдыҡ. Бөгөнгө кескәй тамашасы үҫкәс тә театрға булған һөйөүен юғалтмаҫ, спектаклдәргә әүҙем йөрөр, тип ышанабыҙ, - ти Рәмзиә Мәҡсүтова.
Балаларҙың эштәрендә төрлө әкиәттәрҙән персонаждарҙы күрергә була ине: «Ҡар батшабикәһе», «Маугли», «Өс сусҡа бәрәсе» һәм башҡалар. Һәм был осраҡлы түгел, сөнки был спектаклдәр тап бәләкәстәр өсөн ҡуйылған. Был йәш тамашасыларыбыҙҙың спектаклдәрҙе ҡарауы тураһында ғына түгел, ә театрҙы ысын күңелдән яратыуы хаҡында һөйләй.
Эштәрҙе театрҙың баш рәссамы Сулпан Азаматова, рәссам-бутафорҙар Лилиә Байғужина һәм Лилиә Сафонова баһалай. Эштәрҙе баһалағанда жюри башҡарыу сағыулығы һәм сюжет үҙенсәлеге кеүек төп критерийҙарға иғтибар итә.
- Беҙ башҡарыу техникаһы буйынса ҡаты талаптар ҡуйманыҡ. Кем нимә менән теләй, шул форматта төшөрөргә рөхсәт ителде, - тип билдәләне Альбина Ғәлиуллина.
Башта кескәй тамашасылар «Һуғышсы Аждаһа тураһында легенда»ны ҡараны, һуңынан еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Байрамды алып барыусылар Илназ Динисламов менән Рәмзиә Мәҡсүтова балаларға бер минут та күңелһеҙләнергә бирмәне.
Еңеүселәр биш йәш категорияһында билдәләнде. Бына улар: Елизавета Елисеева, Элана Баширова, Есения Паньшина, Виктория Уляева, Виктория Смагина.
21-се мәктәп уҡыусыһы Элана Бәширова Джинды төшөргән.
- Миңә был герой бик оҡшай, шуға уны һайланым. Һүрәтемдең конкурста еңеүенә шатмын, - тип уртаҡлаша ҡыҙ.
- Мин үҙем дә һүрәт төшөрәм, ваҡыт үтеү менән ҡыҙымдың да таланты барлығын күрҙем һәм һәләтен үҫтереү маҡсатында һүрәт төшөрөү студияһына бирҙек, - тип һүҙгә ҡушылды Элананың әсәһе Рәзилә Бәширова.
Һәр ҡатнашыусы театрға саҡырыу ҡағыҙы алды, ә еңеүселәргә бағымсыларҙан бүләктәр тапшырылды.

«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
«Минең яратҡан персонажым»
Автор:Дина Галеева
Читайте нас