газета "Салауат"
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
20 Мая , 06:27

Музейҙағы серле төн

Уҙған шәмбе ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 16-сы тапҡыр «Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

Музейҙағы серле төнМузейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн

Ҡунаҡтар өсөн киң программа әҙерләнгәйне: тематик экскурсиялар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар, фотозоналар, бүләктәр һәм башҡалар. Ә иң мөһиме, быйыл тәүге тапҡыр уникаль махсус приз уйнатылды - бүләк эйәләре «Музей йөрәге»нә эләгеү бәхетенә эйә булды.
- Музей - ул үткәндәрҙе һаҡлау ғына түгел, ә беҙ бергә төҙөгән тере тарих. Шуға күрә, бөгөнгө кисегеҙҙе матур үткәрегеҙ, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ, экскурсоводтарға һорауҙар бирегеҙ - беҙ һеҙгә һәр ваҡыт шат, - тип сәләмләне барыһын да «Мираҫ» учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Музей хеҙмәткәрҙәре музей коллекцияларын тулыландырып, фондтарға боронғо әйберҙәрҙе бушлай тапшырғандарғы тәрән рәхмәт белдерҙе һәм Татьяна Шептуноваға, Наталья Максимоваға, Наталья Должиковаға, Людмила Черноваға, Татьяна Храмоваға, Розалия Исмәғилеваға, Валентина Бохаринаға, Лилиә Кейекбаеваға дипломдар тапшырҙы.
Кисәне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимовтың, «Энжеләр» татар ансамбле солисы Флүрә Фәхретдинованың, «Ағиҙел шишмәләре» сыуаш халыҡ ансамбленең,«Мираҫ» татар ансамбленең матур сығыштары биҙәне.

Тулыраҡ гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.

Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Музейҙағы серле төн
Автор:Дина Галеева
Читайте нас