

Художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауил Хәкимов билдәләүенсә, Александр Дюма - Рәсәйҙә бик яратҡан сит ил авторҙарының береһе. Спектакль XVI быуат Францияһына алып бара, унда матурлыҡ, нәфислек, ҡанһыҙлыҡ, мөхәббәт, дуҫлыҡ, интригалар һәм мәкерлек бергә ҡушыла.
«Королева Марго» - тарихҡа тәрән экскурсия. Костюмдар шул дәүер модаһына тап килә, ә персонаждарҙың теле хәҙерге тамашасы өсөн ғәҙәти түгел. Улар иҫкесә, йыш ҡына ике мәғәнәле һөйләшә, сөнки француз короле һарайында һәр һүҙҙең әһәмиәте ҙур - ул бәхет тә килтерергә, бәлә лә тыуҙырырға мөмкин.
Сюжеттың нигеҙендә католиктар менән гугеноттар араһындағы конфликт ята, ул Францияны икегә бүлә. Гугеноттарҙың башлығы, король Генрих Наваррский ролен Азамат Әлмөхәмәтов, ә уның ҡатыны Маргарита Валуаны Валерия Степанова башҡара. Уларҙың никахы - иҫәп буйынса ғына ҡушылған союз, шуға күрә башта улар араһында һалҡынлыҡ һиҙелә, әммә яйлап мәжбүри никах дуҫлыҡҡа әйләнә.
Һәр образ яйлап асыла, ҡатмарлаша һәм тәрәнәйә. Де Ла Моль (Андрей Герман) һәм граф де Коконнас (Илья Корницкий) тарихы быға сағыу миҫал. Улар осраҡлы осраша, икеһе лә мажара эҙләүселәр булып күренә. Әммә киләһе күренештәрҙә улар үлемесле дошмандарҙан айырылғыһыҙ дуҫтарға әйләнә. Һынауҙар геройҙарҙың эсендәге буш һәм ысын булмаған нимәләрҙе юҡҡа сығара. Ә «хәҡиҡәттең төп мәле» Варфоломей төнө була.
Билдәле тарихи факт бар: гугеноттарҙы ҡырыу ваҡытында король Карл IX үҙе һарай тәҙрәләренән ата. Боронғо король пистолеты спектаклдең тәүге минуттарынан уҡ сәхнәлә тора, әммә уның роле асыҡтан-асыҡ күрһәтелмәй. Рауил Хәкимов башҡарған роль - спектаклдең иң ҡапма-ҡаршылыҡлы образы. Бер яҡтан, ул хакимлыҡ итеүсе королева - Әсә Екатерина Медичи (Башҡортостандың халыҡ артисы Венера Хәсәнова) йоғонтоһонан йонсой, икенсе яҡтан, ул ихлас дуҫлыҡҡа һәм рәхмәт һүҙҙәренә һәләтле. Тик иң яҡын кешеләре - улы Шарль (Елисей Арсененко), һөйгәне Мари (Милена Герасимова) һәм имеҙеүсе (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева) менән яңғыҙ ҡалғанда ғына ысынбарлыҡтағы йөҙөн күрһәтә.
Спектакль конфликттарға бай, һәм был көрәш тик дини дошманлыҡ менән генә сикләнмәй. Бында быуындар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ та сағыла. Ғәмәлдә Францияға Екатерина Медичи идара итә, ул үҙенең балалары, Валуа династияһы өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Власть өсөн көрәштә ул иң аяуһыҙ ысулдарҙан да тартынмай, һәм был эштә уға мэтр Рене ярҙам итә. Парфюмер булып күренгән Рене, ысынында иһә йә ҡара китап яҙыусы, йә ағыу белгесе, йә ялған шаһит булып сыға - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миндулла Иҙрисов бындай ҡатмарлы һәм күп яҡлы образды бик тәьҫирле итеп тыуҙырҙы. Әммә яҙмыш уларҙан ситләшә, ә үлемгә хөкөм ителгән Генрих тере ҡала. Тап уға яңы король булып, Францияны берләштереү яҙмышы яҙасаҡ.
«Беҙҙең театр»ҙың был премьераһы, һис шикһеҙ, тамашасыларҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырасаҡ, кеше яҙмышының ни тиклем ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы булыуы хаҡында уйландырасаҡ.
Зилә СӘЛИМОВА.
Фото «Беҙҙең театр»ҙан.