+15 °С
Облачно


Күптән түгел «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә Яулыҡ байрамында ҡатнашып, килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдыҡ. «Ағиҙел»дең фойеһы күңелле йырҙар, таҡмаҡтар, дәртле бейеүҙәр менән тулды Ә 1 майҙа ҡалабыҙҙың үҙәк майҙанында ҡала халҡы өсөн ойошторолған ҙур концертта сығыш яһаныҡ. Киләсәктә лә ошолай әүҙем булып, күңелдәге илһамды һүндермәйенсә тағы ла дәртләнеберәк ижад итербеҙ, тип ышанабыҙ.
Ишҡәле ДӘМИНОВ, «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзаһы.