газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт
15 Мая , 09:30

Эй туған тел, эй матур тел!

Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуының 140 йыллығы уңайынан төбәктә төрлө саралар уҙҙы. Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә был байрамды бик ҙурлап уҙғарҙылар.

Эй туған тел, эй матур тел!Эй туған тел, эй матур тел!
Эй туған тел, эй матур тел!

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының татар филологияһы факультеты «Туҡай Өфөлә» тип исемләнгән театрлаштырылған тамашаға республика балаларын йыйҙы. Байрамда балалар шағирыбыҙҙың бик күп әҫәрҙәрен, әкиәттәрен, шиғырҙарын сәхнәләштереп күрһәтте. Сара бай, йөкмәткеле һәм матур булды.
Шағирыбыҙҙың тыуған көнөндә, баш ҡалабыҙҙа тағы ла күркәмерәк байрам «Нур» татар дәүләт театрында уҙҙы. Театр бинаһы был көндө ысын мәғәнәһендә гөрләп торҙо. Бында «Туҡай моңдары» Бөтә  Рәсәй фестиваль-конкурсының финалы
республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән талантлы балаларҙы йыйҙы. Улар шағирыбыҙҙың матур әҫәрҙәрен, шиғырҙарын 13 телдә матур, оҫта итеп  һөйләп, лайыҡлы урындар яуланы. Балаларҙың сығыштарын 20 кешенән торған абруйлы жюри - халыҡ артистары, ғалимдар, шағирҙар баһаланы. Был мәртәбәле байрамдарҙа беҙҙең «Ак калфак» ойошмаһы егет-ҡыҙҙары, балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Аслан Хәбибуллин «Туҡай Өфөлә» конкурсында I урын яуланы, ә «Туҡай моңдары»нда Ғабдулла Тукайҙың «Байрам бөгөн» шиғырын яттан һөйләп, II урынға сыҡты. Аслан һөйләгән шиғырҙағыса, ҡояш нурҙары аҫтында һәйкәлдән Туҡай ҙа беҙгә йылмайып ҡарап торҙо, байрам бик матур үтте.
Вәсилә БӘШИРОВА,
«Ак калфак» ойошмаһы етәксеһе.

Эй туған тел, эй матур тел!
Эй туған тел, эй матур тел!
Автор:Дина Галеева
Читайте нас