

Салауат ағинәйҙәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Халикова менән ағинәйҙәр йырҙар йырлап, күстәнәстәр менән ҡаршы алдылар.
Китапхананың залы ҡунаҡтар менән шығырым тулы ине. Осрашыуға Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары, яҙыусылар ҙа килгәйне - һәр береһе үҙ һүҙҙәрен әйтеп үтте. Шағир Кәрим Сәлимов үҙенең яңы баҫылған китабынан ике шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ҡаланың «Алтынай» балалар баҡсаһынан һәм 14-се балалар баҡсаһынан килгән кескәйҙәр йырлап-бейеп оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы. Салауат ҡалаһы ағинәйҙәре
лә буш ҡул менән барманы күршеләргә - матур бүләктәре - күстәнәстәре, йыр-моңдары араларҙы яҡынайтҡандыр, аралашыу йәнлелеге китапханаға йәмлелек өҫтәне. Ике ҡаланың да ағинәйҙәре киләсәктә лә хәбәрләшеп торорға, эшләнәһе эштәргә үҙ- ара тәжрибә туплап торорға, тип һөйләшеп хушлашты.
Нәжибә ФӘЙЗУЛЛИНА,
«Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы.