

2000 саҡрымдан ашыу юл үтеп килгән театр труппаһы Салауат тамашасыһы өсөн ике көн дауамында өс спектакль: уртаса йәштәге тамашасылар өсөн «Капитанская дочка»ны, бәләкәстәргә «Диңгеҙ мажаралары»н һәм өлкәндәр өсөн «Выпьем за любовь» комедияһын күрһәтте. Бөтә спектаклдәр ҙә аншлаг менән үтте.
Гастролдәрҙең һуңғы көнөндә, комедия алдынан, Адыгея Республикаһының атҡаҙанған артисы, Театр берләшмәһенең художество етәксеһе урынбаҫары Асҡарбий Жудов менән һөйләшеп, уларҙың республика һәм ҡаланан алған тәьҫораттарын белешеү форсаты тейҙе.
- Салауатта гастролдәрҙән алған тәьҫораттарыбыҙ иҫ киткес шәп. Беҙҙе ҡалаға ингән ерҙә, «Юрматы ере» мемориаль комплексы янында, милли кейемдәрҙә йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар, бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән һыйланылар. Әйткәндәй, ҡымыҙ кундусу тип аталан беҙҙең милли эсемлеккә бик яҡын, - тип уртаҡлашты ул. - Театрығыҙҙың художество етәксеһе Рафаэль Ғәйнуллинды айырым билдәләп үтергә теләйем. Телефон аша ғына таныш булһаҡ та, беренсе осрашыуҙа уҡ бер-беребеҙҙе ғүмер буйы белгән кеүек тойолдо. Салауатта кешеләр бик итәғәтле, изге күңеллеләр. Театр ҙа, шәхсән үҙем дә Башҡортостанда беренсегә. Башҡорт халҡының күңеле лә уның сикһеҙ, киң далалары кеүек иркен. Телдәребеҙ, традицияларыбыҙ, менталитетыбыҙ төрлө булһа ла, беҙҙе кешелеклелек һәм ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттар берләштерә. Республикалар араһында айырмалыҡтар булған кеүек, оҡшашлыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, урам һүҙе һеҙҙә лә, беҙҙә лә бер төрлө яңғырай. Дуҫлыҡ күпере һалынды, уның киләсәктә тағы ла нығыныуына ышанабыҙ.
Ҡунаҡтар шулай уҡ Торатауҙа булып, республикабыҙ тәбиғәтенең матурлығын күрҙе. Уларҙы халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте менән таныштыралар, тирмәлә милли ризыҡтар менән һыйлайҙар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин ҡунаҡтарға махсус бүләк - «Йырла, Адыгеям минең!» тигән йырҙы адыгей телендә башҡарып, ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдыра.
Һуңынан спектакль башланды. Зал туп-тулы ине. Комедия тиһәк тә, уның нигеҙендә мөхәббәт, тоғролоҡ, ғәфү итә белеү кеүек тәрән уйландырырлыҡ проблемалар ята. Ул тамашасыға бер-береңә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булырға, яңылыш
яһалған аҙымдың тормоштоң аҫтын-өҫкә әйләндерә алыуы тураһында иҫкәртә. Спектакль көлдөрҙө лә, урыны менән уйландырҙы ла. Тамаша тамамланыуға зал артистарҙы аяҡ үрә баҫып көслө алҡышлтарға күмде. Артистарҙың маҡсатына ирешеүенә ошо үҙе дәлил түгелме ни? Тамашасылар ҙа спектаклдең күңелдәренә үтеп инеүен, тормош мәшәҡәттәренән арынып, рәхәтләнеп ял итеүҙәрен белдерҙе.
Тантаналы кисә аҙағында Салауат театры директоры Айбулат Ҡотошов ошо ике көн эсендә Адыгея артистарының Салауат тамашасыларының яҡын кешеләргә әйләнеүен билдәләне. Ул шулай уҡ театр берләшмәһенә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Салауат ҡалаһы хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тигәндәй, беҙҙекеләр ҙә көҙөн Адыгея Республикаһына гастролдәр менән юллана. Улар тамашасыға «Ярлыҡау», «Яҙмыш математикаһы» спектаклдәрен һәм «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт» тәҡдим итәсәк.
- Салауаттарҙы түҙемһеҙләнеп ҡунаҡҡа көтәбеҙ! - тине Аскарбий Жудов.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Александр КАЗАКОВ фотолары.