газета "Салауат"
+27 °С
Облачно
Мәҙәниәт
14 Мая , 06:11

Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!

Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәгенең «Самрау» өлгөлө халыҡ бейеүе мәктәбенең сираттағы отчет концерты шаулап-гөрләп уҙҙы. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына һәм Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналғайны.

Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!

«Самрау» 2021 йылда ғына барлыҡҡа килһә лә, бөгөн был коллектив Салауаттың мәҙәниәт күгендә яңы йондоҙ булып балҡый. Улар - күп кенә мәртәбәле бәйгеләр еңеүселәре, ысын мәғәнәһендә, ҡала ғорурлығы. «Самрау» етәкселәре Гөлназ һәм Эмиль Һөйәрғоловтар ансамблде үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала.
- «Самрау» халыҡ бейеүе мәктәбендә әлеге көндә дүрт уҡыусы һәм балалар баҡсаһының бер төркөмө шөғөлләнә. Ул быйыл ғына 42-се балалар баҡсаһынан биш-алты йәшлек балаларҙан тупланды. Шулай уҡ бер өлкәндәр төркөмө бар.
Репертуарыбыҙ йылдан-йыл яңыртыла, тулыландырыла. Быйыл ғына алты-ете тирәһе өр-яңы бейеү һалынды. Иң  мөһиме, балалар яратып, күңел һалып шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, мәртәбәле урындар 
яулайбыҙ. Май аҙағында Ҡазан ҡалаһына сәфәр тоторға йыйынабыҙ, - тип уртаҡлашты «Самрау» халыҡ бейеүе мәктәбе етәксеһе Эмиль Һөйәрғолов.
Ул көндө самрауҙар ике концерт күрһәтте. Беренсеһе - хәйриә концерты, бында балалар ғына сығыш яһаны, бөтә йыйылған аҡса махсус  хәрби операцияһына ярҙамға йүнәлтелә. Ә кискеһен ике төркөм дә сәхнәгә сыҡты. Сәхнәлә бейеүселәр йөҙҙө, осто - һәр аҙымдарында дәрт һәм илаһи матурлыҡ балҡыны.
- Ҡәҙерле самрауҙар! Бөгөн ялҡынлы сығыштарығыҙҙы ғәжәпләнеп ҡарап ултырҙыҡ. Һәр номерығыҙ еренә еткереп эшләнгән. Йылмайыуығыҙ, матур костюмдарығыҙ һәм, әлбиттә, һеҙҙең шул тиклем күп булыуығыҙ хайран ҡалдыра! 112 бала - был бит иҫ киткес! Бөгөнгө сығыштарҙа Ватанға булған һөйөүегеҙ ҙә сағылды, тимәк, бында рухи-әхлаҡи яҡтан да сынығаһығыҙ. Мин үҙем, халыҡ бейеүенең ысын фанаты булараҡ, шуны әйткем килә: халыҡ бейеүе - ул милләттең бөтә матурлығын сағылдырыусы көҙгө. Ниндәй генә милләт бейеүе булмаһын, унда тарих та, мәҙәниәт тә, халыҡтың фәлсәфәһе лә сағыла, - тине үҙ сығышында мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова.
Махсус ҡунаҡ итеп Башҡортостандыңхалыҡ артисы Артур Туҡтағоловтың саҡырылыуы тамашасылар өсөн ысын сюрприз булды. Ул бейеүселәр менән бергә сәхнәгә сығып, матур йырҙарын яңғыратты. Зал көслө алҡыштарҙан гөрләп торҙо.
Ул кисте балалар менән бер рәттән өлкәндәрҙән торған «Самрау» ансамбле лә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Тәүге составта ни бары 6 кеше генә булһа, бөгөн ул ике төркөмгә тупланып, 36 кешене берләштерә. Бында төрлө һөнәр эйәләре шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, уларҙы дөйөм бер нимә - бейеүгә булған һөйөү берләштерә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар ҙур уңыштарға өлгәште: республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты булды, «Байыҡ» республика телевизион конкурсының Гран-приһын алды.
«Самрау» етәкселәре быйылдан ансамблгә тос өлөш индергәндәргә үҙенең фирма билдәһен - «Самрау» значогын  тапшырырға ҡарар итә. Был значок бер тапҡыр ғына тапшырыла, һәм хужаһы уны «Самрау» ҡатнашлығындағы барлыҡ сараларҙа ла ғорурлыҡ менән тағып йөрөргә тейеш. Был значок шулай уҡ бейеү мәктәбенә йөрөүсе балаларҙың әүҙем ата-әсәләренә лә тапшырылды. Ул көндө күптәр ҡала мәғариф идаралығының рәхмәт хаттарын алып та ҡыуанды.
«Самрау»ҙарҙың сираттағы отчет концерты, һәр йылдағыса, шаулап уҙып китте.

Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Өҙә баҫып, йөрәккә ут ҡабыҙып!
Автор:Дина Галеева
Читайте нас