газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
30 Апреля , 05:15

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел көҙгөһө

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең тамаша залында «Татар яулығы» байрамы уҙҙы. Фойела ҡунаҡтар өсөн боронғо һәм заманса яулыҡтар күргәҙмәһе, фотозона ойошторолғайны. Сәхнәлә ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаны.

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел көҙгөһөҠатын-ҡыҙҙың күңел көҙгөһө
Ҡатын-ҡыҙҙың күңел көҙгөһө

Байрамды ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Борисова асты һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне.
- Татар яулығы көнө - ул татар милли традицияларын һаҡлау ғына түгел, милләт-ара татыулыҡты нығытыу ҙа. Бындай байрам һәр халыҡта ла бар, сөнки яулыҡ - халыҡтың  аҫыл мираҫы, - тине ул.

Әүҙем тормош позицияһы һәм татар мәҙәниәтен һәм телен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ирина Борисова Салауат татарҙары конгресы ағзалары  Әлфиә Йәноҙаҡоваға, Лилиә Әмироваға, Эльвира Ваһаповаға ҡала хакимиәтенең почет грамоталарын  тапшырҙы. Римма Шамбазова һәм Миңнинур Хәкимова ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Республиканың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе Заһир Хәкимов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2026 йылды Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан итеүен хәтергә  төшөрҙө, Башҡортостандың бындай дуҫлыҡтың сағыу миҫалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Беҙҙең республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр  халыҡ, һис шикһеҙ, үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡларға һәм үҫтерергә тейеш. Мәҙәни сараларыбыҙ аша йәш быуында бай тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
Заһир Хәкимов Розалия Ефремованы, Наилә Антонованы, Зәйтүнә Кашапованы,  Рима Ишмөхәмәтованы Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресының рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә  һәм яҡындарына яулыҡтар һәм бүләктәр тапшырыу айырыуса тулҡынландырғыс булды. Зал уларҙы аяғүрә баҫып ҡаршы алды. Сәхнәгә Ләмиғә Әхтәмова, Ләйсән
Биктимерова, Галина Богомолова, Светлана Жукова, Тамара Большакова, Инна Крупчинова сыҡты.  Бүләкләү тантанаһын Салауат ҡалаһы татарҙары конгресы рәйесе Клара Сабирйәнова үткәрҙе. Ул шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм
әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн тарихи һәм рухи яңырыу китапханаһы мөдире Гөлнара Янышеваға һәм Сәнғәт үҙәге педагогы Эльвира Шлычковаға йәмәғәт миҙалдарын тапшырҙы.
Байрамды сағыу сығыштар биҙәне. Тамашасыларға «Самрау» өлгөлө халыҡ бейеүе мәктәбе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауил  Хәкимов, «Баланҡай» өлгөлө хореография коллективы, «Мираҫ» фольклор-вокал ансамбле һәм башҡалар кәйеф һәм йылмайыу бүләк итте.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас