газета "Салауат"
+10 °С
Облачно
Мәҙәниәт
24 Апреля , 05:21

Башҡорт ғаиләһенә сәйәхәт

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге»ндә үткән «Башҡорт ғаиләһендә ҡунаҡта» тигән асыҡ дәрес башҡорт халҡының бай мираҫына, йолаларына һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған матур сара булды.

Башҡорт ғаиләһенә сәйәхәтБашҡорт ғаиләһенә сәйәхәт
Башҡорт ғаиләһенә сәйәхәт

Тәжрибәле өҫтәмә белем биреү педагогы Айгөл Ишҡолова етәкселегендә  ойошторолған был сара башҡорт ғаиләһенең,  уның мәҙәниәтенең һәм йолаларының серле донъяһын байҡау мөмкинлеген бирҙе. Дәрес материалды үҙләштереү менән генә сикләнмәне, унда саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар араһында ҡала хакимиәтенең йәштәр  эштәре буйынса комитетынан Илүзә Янбаева, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһынан Нәжибә Фәйзуллина һәм Салауат музыка колледжының 1-се курс студенты Данил Туҡтаров бар ине.
Уҡыусылар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәтеп, бирелгән эштәрҙе ҙур әүҙемлек менән үтәне. Уҡытыусы материалды һөйләү менән генә сикләнмәне, уйындар, йомаҡтар, йырҙар һәм бейеүҙәр аша, үткәндәрҙе йәнләндереп, балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы. Дәрес барышында балалар уңайлы тирмәләрҙә булды, уларҙы  биҙәне, көнкүреш әйберҙәрен ҡараны, татыу ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе иҫкә алды. Был ысын ижад майҙанында һәр бала үҙен оло һәм ҡыҙыҡлы тарихтың бер  өлөшө итеп тойҙо. Айрыуса иғтибар һәр ғаиләлә төп роль уйнаған ғаилә ҡиммәттәренә йүнәлтелде.
Осрашыуҙың музыкаль өлөшө бөтәһенә лә оҡшаны: уҡыусылар башҡорт халҡының музыка ҡоралдары тураһында белеп кенә ҡалманы, ә саҡырылған ҡунаҡтар башҡарыуында уларҙың тере тауышын да ишетте. Башҡорттарҙың милли ризығы йыуаса менән танышыу сараның иң ҡыҙыҡлы мәле ине. Дәрес иҫ киткес тәрән тойғоларға бай булып сыҡты.
Зилә СӘЛИМОВА.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас