газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Апрель , 08:50

Ҡала мәҙәниәтенең яҡты йондоҙҙары

«Ағиҙел» мәҙәни-ял итеү үҙәгендә Салауат ҡалаһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлауға арналған байрам үтте.

Ҡала мәҙәниәтенең яҡты йондоҙҙары
Ҡала мәҙәниәтенең яҡты йондоҙҙары

Тантананы ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин асты:
- Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ - ул һөнәр генә түгел, юғары сәнғәткә хеҙмәт итеү, йолаларҙы һаҡлау һәм йән тәрбиәләү. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ҡалабыҙ  уңайлыраҡ,  халҡы рухи яҡтан байыраҡ. Һеҙ салауаттарға сағыу хистәр, илһам һәм матурлыҡҡа ышаныс бүләк итәһегеҙ. Энергияғыҙ, талантығыҙ, эшкә тоғролоғоғоҙ һәм Салауаттың мәҙәни тормошон үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә яңы ижади еңеүҙәр, рәхмәтле тамашасылар,  ныҡлы  һаулыҡ һәм ғаилә именлеге  теләйем. Һеҙҙең йорттарҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ, ә йәндәрҙә яҙ хакимлыҡ итһен!
Күп йыллыҡ хеҙмәттәре, юғары профессионализмы, ҡала мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Марат Зәһиҙуллин  иң яҡшы  хеҙмәткәрҙәргә Салауат хакимиәтенең почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Алина Шәйәхмәтова ла рәссамдар,музыканттар, экскурсоводтар, уҡытыусылар һәм студиялар,  ансамблдәр һәм ижади коллективтар етәкселәренә почет грамоталары тапшырҙы.

Байрамда шулай уҡ Дөйөм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Салауат бүлексәһе рәйесе Ирина Кузовенкова ла ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, ойошма Президиумының поче грамоталарын һәм республика профсоюзының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тантаналы саранан һуң ҡаланың ижади коллективтары һәм солистары ҡатнашлығында матур концерт программаһы ҡуйылды. Һәр сығыш үҙенсәлекле һәм сағыу булды, был Салауат ҡалаһының мәҙәни тормошоноң ни тиклем  бай һәм төрлө булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас