газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март , 12:20

Тотош яҙмышты үҙгәрткән иғлан

Һәр сәхнә кешеһенең яҙмышы артында айырым тарих ята. Кемдер был өлкәгә маҡсатлы килгән, бәғзеләре иһә, сәнғәтте осраҡлы ғына һайлаһа ла, киләсәктә был уның бөтә булмышына әйләнгән. Салауат  ашҡорт дәүләт драма театры актеры, хәҙер инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Мансуровтың тарихы ла шуға ишара.

Тотош яҙмышты үҙгәрткән иғлан
Тотош яҙмышты үҙгәрткән иғлан

Юнир Мансуров Баймаҡ районының Сосновка ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Сибай һөнәри училищеһына уҡырға инә. Иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, ауылында эшләй  башлай. Әммә тап шул осорҙа яҙмышын бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа борорҙай осраҡ була.

- Алған белгеслегем буйынса эшләүемә ике йыл тигәндә районгәзитендә Өфө сәнғәт училищеһының  Сибайҙағы филиалында театр бүлеге асылыуы тураһында иғлан күреп ҡалдым да, үҙемде һынап ҡарарға  булдым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, шулай сәнғәт донъяһына сумдым.  Бәләкәй саҡтан ҡартатайымдың ҡурайҙа уйнауын, өләсәйемдең һуҙған йырҙарын тыңлап үҫтем. Бәлки шулар ҙа сәнғәткә ҡарата һөйөү уятҡандыр, - тип уртаҡлаша Юнир Мансуров.
Егет үҙе һайлаған һөнәренең нескәлектәренә тырышып өйрәнә - икенсе курста уҡығанда уҡ Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә урынлаша. Бында ул тәжрибә туплай һәм диплом алғандан һуң беренсе төп ролен - «Икенсе подъезд» спектаклендә Эдуард ролен башҡара. Сибай театры сәхнәһендә 30-ҙан ашыу роль ижад итә. 2021 йылдан ижад юлын Салауат башҡорт драма театры менән бәйләй.

- Салауат театры элек-электән үҙенең эксперименталь театр булыуы менән дан алған. Был театрҙы һайлауымдың да төп сәбәбе шунда, - ти артист. Бөгөн Юнир Мансуров - труппаның әүҙем артистарының береһе. Ошо осорҙа ул тамашасы күңеленә яҡын 10-дан ашыу роль башҡара.

- Был юғары исемде алыуға ышанып та бөтмәйем әле. Әммә бының миңә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәүен аңлайым. Был исем бер минең генә түгел, ә бөтә коллективтың, коллегаларымдың да ҡаҙанышы. Театр - м минең өсөн хеҙмәт итеү урыны ғына түгел, ә ысын ғаилә. Бында һәр уңыш дөйөм һөҙөмтәнән ғибәрәт, - тип һүҙен йомғаҡланы Юнир Мансуров.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас