Сәхнәлә Эт, Ишәк, Бәрәс һәм Бүре кеүек хайуандарҙың, Ҡарғаларҙың пәйҙә булыуы тамашасыны тәүҙә бер аҙ һағайтты. Әкиәтме әллә был, тиеүселәр ҙә табылды. Тик бер аҙҙан бының бөтөнләй әкиәт түгел, ә тормош ҡиммәттәре тураһында үтә етди тамаша булыуы аңлашылды. Бында хайуандар йәнләндерелде һәм һәр персонажға кешеләргә хас сифаттар бирелде. Тап ошо образдар аша тамашасыға тоғролоҡ һәм хыянат, һөйөү һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләре күрһәтелә. Спектакль яҡындарыбыҙға, тирә-йүндәгеләргә ҡарата мәрхәтәлерәк һәм миһырбанлыраҡ булырға өйрәтә.
- Был пьеса менән Кавказ буйлап турне ваҡытында танышҡайным. Пьесаны уҡығандан һуң шунда уҡ был материалдың беҙҙең сәхнәлә ҡуйылырға тейешлеген аңланым. Командаға ышанысым мине ошо спектаклде ҡуйырға этәрҙе. Бөтә актерҙар ҙа үҙ ролдәрен иҫ киткес башҡарҙы. Радмир Дәүләтбаевты төп герой итеп һайлап, яңылышмағаным. Радмир - уникаль, талантлы һәм күп яҡлы артист, - ти театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Һис шикһеҙ, спектаклгә төп баһаны тамашасы бирә. Залда ултырыусыларҙың күҙ йәштәренә ирек биреүе, тамаша аҙағында артистарҙы аяғүрә баҫып көслө алҡыштарға күмеүе спектаклдең уңышлы ҡуйылышы тураһында һөйләйҙер. Спектаклдән һуң тамашасылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты.
Раушания Дәүләтова:
- Театрға эш көнөнән һуң арып килгәйнем. Әммә театрҙан бөтөнләй икенсе кисерештәр менән сыҡтым. Спектаклдә бөгөнгө көндә үтә актуаль проблемалар күтәрелә. Бөгөн, йәмғиәтте тик матди ҡиммәттәр генә ҡыҙыҡһындырғанда, мөхәббәт, тоғролоҡ төшөнсәләре яйлап юҡҡа сыға барғанда, спектакль бәхеттең байлыҡта түгел, ә күңел сафлығында булыуын иҫкә төшөрә. Салауат театры артистарына сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм.
Әлфиә Иҫәнғолова:
- Режиссер Лиана Ниғмәтуллинаның һәр эшен ҡарап барырға тырышабыҙ, сөнки уның сәхнәгә ҡуйған һәр эше үҙенсәлекле, халыҡсан, күңелгә үтеп инерлек, һоҡланырлыҡ. Бөгөн дә шундай үҙенсәлекле әҫәрҙең сәхнәләштерелеүенә шаһит булдыҡ. Был әҫәр кешенең тормошҡа ҡарашы, күңел торошо хайуандар аша бирелә. Һәр актер үҙенең ролен иҫ киткес шәп башҡарҙы. Айырыуса Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтарҙың, Фәтих Ҡолһариндың ролдәре үҙенсәлекле. Эт ролендә Радмир Дәүләтбаевтан башҡа уйнарлыҡ бер актерҙы ла күҙ алдына килтерә алмайым. Сөнки ул эт образы аша тоғролоҡ тигән төшөнсәне тамашасыға яҡшы итеп еткерә алды. Спектакль тәрбиәүи яҡтан да ҙур әһәмиәткә эйә.
Әлфиә Әбүбәкерова:
- Бөгөнгө тамаша күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртте, күҙ йәштәрен тыйып булманы. Ысынлап та, ни өсөн ҡайһы берҙә яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ, тоғролоҡ- тоғролоҡ менән яуап ҡайтармайҙар? Спектаклдең декорацияһы, костюмдары, музыкаль яҡтан биҙәлеше менән дә айырылып тора. Актерҙарҙың уйынына афарин, тип әйтергә генә ҡала. Айырыуса Радмир Дәүләтбаевтың уйнауы оҡшаны, йөрәктәргә үтеп инде. Ул үҙенең образы аша һәр ваҡытта ла актуаль булған тоғролоҡ, ышаныс, эскерһеҙлек, сафлылыҡ, тура һүҙлелелек, маҡсатҡа ынтылыш, йәшәү көсө, яратыу кеүек юғары тойғоларҙы тамашасыға еткерә алды, Тормошта ниндәй генә хәлдәрҙә лә кеше һәр саҡ Кеше булып ҡалырға тейешлекте тап Радмир Дәүләтбаев асты.
Гөлиә Циоуйко:
- Эшкә, тормош мәшәҡәттәренә сумып, һәр кемебеҙ хәстәрлек, иғтибарлылыҡ, һөйөү кеүек төшөнсәләргә мохтаж булған ваҡытта спектаклдең әһәмиәте айырыуса ҙур. Был - тәрән мәғәнәле, йөрәккә үтеп инеүсе тамаша. Эт кешеләргә ҡарағанда күпкә мәрхәмәтлерәк, миһырбанлыраҡ булып сыҡты. Геройҙар менән һәр минутты бергә кисерҙем, үҙемде сәхнәлә барған ваҡиғаларҙың бер өлөшө итеп тойҙом. Салауат драма театрына шул тиклем мәғәнәле спектаклде сәхнәгә сығарғандары өсөн ихлас рәхмәтлемен.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов театрҙың бөтә ижади командаһын һәм режиссерҙы уңышлы премьера менән ҡотланы һәм тамашасыларға театрға тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Автор һәм Александр КАЗАКОВ фотолары.