- «Яңы этника» - традицион мәҙәни элементтар заманса стилдә күрһәтелгән тамаша ул. Беҙ төрлө милли мотивтарҙы берләштерҙек. Хатта балалар коллекцияһы ла күрһәтелә, әммә ул классик стилдә, этник йүнәлешһеҙ башҡарыла. Бынан тыш, Өфө дизайнерының милли колоритлы свитшоттар кеүек заманса әйберҙәрен индерҙек. Беҙ уларҙы көн һайын нисек матур итеп кейеп йөрөргә мөмкин булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Дизайнерҙар кейем тегә тегеүен, әммә дөрөҫ стилләштереү булмаһа, әйберҙәр үҙенсәлеген юғалтыуы ихтимал. Мин айырым предметтарҙы бер бөтөн образға берләштерәм. Тамашасының үҙенә оҡшаған образды тулыһынса үҙләштереп, көндәлек тормошта кейеп йөрөүен теләйем, - тип һөйләй күргәҙмәне ойоштороусыларҙың береһе Юлия Красуцкая.
«Яңы этника» бер маҡсат менән берләштерелгән төрлө өлкәләрҙәге профессионалдарҙың берлектәге эше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Егермегә яҡын эшҡыуар сараның партнерҙары булып сығыш яһай.
- Бер ваҡыт шәп интерьер дизайнеры Олеся Романова мода күрһәтергә ниәтләй һәм был эш менән шөғөлләнгән кешеләрҙе ҡараштыра башлай. Һөҙөмтәлә, мине Салауат ҡалаһының кейем дизайнерҙары Кристина Сисенбаева һәм Айгөл Ибәтуллина менән таныштырҙы. Шунан беҙ дуҫлашып киттек, аҙна һайын тиерлек телефондан аралашабыҙ, һәр ваҡыт яңы проекттар тураһында фекер алышабыҙ, бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп, ярҙам итешеп торабыҙ, - тип дауам итә Юлия Красуцкая.
«Яңы этника» дүрт коллекция күрһәтте. Тәүгеһе Өфө етештереүсеһенең ҡатын-ҡыҙҙар кейеме магазиндары селтәрендәге әйберҙәренән тора ине. Уларҙы Юлия Красуцкая Раушания Иралинаның биҙәүестәре ярҙамында стилләштергән.
Ҡыҙ биҙәүестәр яһау менән, интернетта күргән һүрәттәрҙән илһам алып, бер йыл элек мауыға башлай. Һөнәре буйынса ул шәфҡәт туташы, ә был шөғөлөн ул үҙенең хоббиһы тип һанай.
- Мин мода күрһәтеүҙә беренсегә ҡатнашам, быға тиклем үҙ изделиеларымды Башҡортостанда үткән йәрминкәләргә сығарҙым. Шуныһы ҡыуаныслы, минең эштәрем ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшай. Маҡсатым - подиумдар өсөн генә түгел, ә көндәлек тормошта ҡулланырҙай биҙәүестәр эшләү, - тип уртаҡлаша Раушания Иралина.
Дизайнер Кристина Сисенбаеваның коллекцияһы славян йүнәлешендә башҡарылған. Стәрлетамаҡта балалар кейеме брендына нигеҙ һалыусы Карина Хөснөтдинованың коллекцияһында йәш моделдәр мода күрһәтте.
- Мин - ҙур булмаған ателье хужаһы, клиенттарым һәм заказдарым бар, шулай уҡ бесеү һәм тегеү буйынса курстар алып барам. Күптән башҡорт коллекцияһын эшләү тураһында уйланғайным, тик беҙ күрергә ғәҙәтләнгән традицион түгел, ә заманса туҡымалар менән үҙенсәлекле тегелешле кейемдәр. Тамбурлы сигеүгә оҡшағаны иң төп туҡыма булып тора. Өләсәйҙәребеҙ бөтә япмаларҙы ла үҙҙәре тамбурлы сигеү менән эшләй ине. Ошо хәтирәләр коллекцияның нигеҙен тәшкил итте, - ти Айгөл Ибәтуллина.
Ольга ИСАКОВА фотолары.