Режиссерҙың, үҙҙәренең студентының эшен ҡарарға һәм баһаларға институттан килгәйнеләр.
- Был һәр кем өсөн мөһим һәм ҡыҙыҡлы тәжрибә. Пьеса хәҙерге үҫмерҙәр өсөн бик актуаль. Нелля көнүҙәк теманы күтәрә. Спектакль йәштәргә үҙ ҡылыҡтарының эҙемтәләре тураһында уйланырға ярҙам итә ала. Актерҙар режиссер ҡуйған бурыстарҙы яҡшы үтәне, - тине театр факультеты деканы, Ғабдулла Ғиләжев исемендәге уҡыу театры директоры, өлкән уҡытыусы Рәмзис Зәйҙуллин.
- Команда бик яҡшы эшләне. Иң мөһиме, балалар һөйләнелгән проблемаларҙы аңлай. Ябай декорация һәм ғәҙәти булмаған костюмдар иғтибарҙы йәлеп итә. Актерҙарға спектаклде үҙләштереп, уны үҙҙәренеке итеүҙәрен теләйем, - тип билдәләне сәнғәт институты уҡытыусыһы Альберт Ғәлиуллин.
Нелля Жуламанова уҡытыусыларға, театр етәкселегенә, бөтә цехтарға һәм актерҙарға рәхмәт белдерҙе.
Премьераның тәүге тамашасылары Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар, индустриаль колледж студенттары булды. Йәштәр спектаклде йылы алҡыштарға күмде, актерҙарҙың сағыу уйынын билдәләне.
Александр Казаков фотолары.