Премьера алдынан режиссер менән осрашып, уның беҙҙең театрҙа эшләү нескәлектәре, ни өсөн тап ошо драмаға туҡталыуы тураһында әңгәмәләштек.
- Үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙсе.
- Ҡаҙағстан Республикаһының Костанай өлкәһе Костанай ҡалаһында тыуғанмын. Мәктәптә уҡығанда уҡ КВН-да уйнаным, ижад менән мауыҡтым. Филология факультетына уҡырға инһәм дә, килеп сыҡманы. Һуңынан тренер-уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, Мысырҙа, Төркиәлә һәм Ҡытайҙа эшләнем, балет шоуҙарында бейенем. Тыуған яғыма ҡайтҡас, бер нисә йыл ҡотҡарыусы булып эшләнем, әммә учреждение ремонтҡа ябылғанға күрә, яңы эш эҙләргә тура килде. 2016 йылдан алып театрға хеҙмәт итәм.
- Һеҙ - Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты. Ни өсөн тап ошо уҡыу йортон һайланығыҙ?
- Ниндәй уҡыу йортона инергә икән тип, оҙаҡ уйландым. Бала саҡтан совет фильмдарын ҡарап үҫкәнгә, театр менән мауыҡҡанға ошо институтта туҡталырға булдым Станиславский тураһында
ла белә инем. Рәсәйҙе Һәм Башҡортостанды үҙ илемдәй һөйәм.
- Беҙҙең республикала үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Башҡортостан оҡшаймы?
- Бик оҡшай. Беҙҙең менталитеттар күп яҡтан оҡшаш. Икенсе тел дә мине ҡурҡытманы. Беҙ күп милләтле илдә йәшәйбеҙ. Башҡортостан да - күп милләтле төбәк. Айырыуса тәбиғәте әкиәт донъяһылай иҫ киткес.
- Диплом эшен яҡлау өсөн Салауат театрына килгәнһегеҙ. Театр етәкселеге менән уртаҡ тел таба алдығыҙмы?
- Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына илдәр араһында хеҙмәттәшлек итеүҙе һәм Башҡортостанда практика үтеүҙе һорап хат ебәрҙем. Улар ризалашты һәм Салауат театрына ебәрҙе.
Театр етәкселеге мине йылы ҡаршы алды. Бында актерҙар һәм коллектив иҫ киткес талантлы һәм ижади, уларҙың спектаклдәре юғары кимәлдә.
- Ни өсөн тап ошо спектаклде ҡуйырға булдығыҙ?
- Наталья Шорҙың пьесаһы актуаль темаларға бай. Һәр ҡайһыбыҙҙың тормошо балалыҡтан башлана. Шуға спектаклдең төп героиняһы - үҫмер ҡыҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла сағылдыра. Пьеса үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнһә лә, уны өлкәндәр ҙә күрер, тип өмөтләнәм. Был постановка күп һорауҙарға яуап табырға, уйланырға мәжбүр итә. Геройҙар киҫкен темаларҙы аса. Иң мөһиме, ниндәй генә осраҡ булмаһын, кеше булып ҡалыу мөһим. Тормошҡа шатланып йәшәйек, изгелек ҡылып, тирә-яҡҡа һөйөү менән бағайыҡ. Ошо спектакль менән тормошто матурыраҡ итергә
теләйем.
- Репетициялар нисек уҙа? Беҙҙең актерҙар менән эшләү нисек?
- Һәр спектакль өҫтөндә эшләү - ҡатмарлы һәм ауыр процесс. Әммә Салауат аристары үҙ бурыстарын яҡшы башҡара, тәжрибәле актерҙар менән эшләгәндә бер ниндәй һорау ҙа тыумай. Улар һине ярты һүҙҙән аңлай. Бындағы коллективҡа афарин, тип әйтергә генә ҡала.
Фото театрҙан.