газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль , 14:52

Театр эшмәкәрҙәре союзы сафы тулыланды

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының туғыҙ хеҙмәткәре республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы сафын тулыландырҙы.

Театр эшмәкәрҙәре союзы сафы тулыланды
Театр эшмәкәрҙәре союзы сафы тулыланды

Яңы ағзалар араһында сәхнә артистары, ҡуйыусы рәссамдар, костюмерҙар, яҡтыртыусылар һәм сәхнә биҙәлеше буйынса белгестәр бар: актер Радмир Дәүләтбаев, баш рәссам Сулпан Азаматова, постановка бүлеге мөдире Ирина Фәйезова, 
рәссам Лилиә Байғужина, тәжрибәле тегенсе Елена Йәнғазина, бесеүсе-оҫта Гүзәл  Шәрәфиева, яҡтыртыусы Эльвира Ҡыуандыҡова, реквизитор Фәүнә Ғәйнуллина, костюмдар бүлмәһе мөдире Гөлгөнә Арыҫланбәкова

- Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы булыу бик күп өҫтөнлөктәр бирә. Тик бының өсөн Союз тормошонда әүҙем ҡайнарға кәрәк. Төрлө конкурстарҙа, проекттарҙа еңеп алынған аҡсаға спектаклдәр ҡуйырға мөмкин. Беҙҙең театрҙа ундай  осраҡтар байтаҡ. Шулай уҡ шифаханаға юлламалар, һаулыҡты нығытыуға матди  ярҙам һәм башҡа төр социаль льготалар алырға була. Театр  эшмәкәрҙәре союзының Салауат театрындағы бүлексәһендә 52 кеше тора һәм ул республикала иң яҡшыларҙан һанала, - тип уртаҡлашты Театр эшмәкәрҙәре союзының Салауат театры буйынса бүлексәһе вәкиле Рөстәм Фазылов.

Фото театрҙан.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас