газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Декабрь 2025, 14:48

Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша

Яңы йыл уңайынан Салауат башҡорт дәүләт драма быйыл балаларға ун көн буйына Г.Х. Андерсендың легендар «Ҡар королеваһы» әҫәре буйынса әкиәтен (0+) күрһәтте. Тамашалар 20 декабрҙә башланғайны.

Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша

Шаршау асылып китеү менән, барыһын да, тәү сиратта, ҙур боҙ һарайына әйләнгән сәхнә, сағыу декорациялар әсир итте. Бында рәссамдың ҙур тырышлыҡ  һалыуы асыҡ сағыла. Әгәр яҙыусының әкиәтендә Ҡар королеваһы элеккесә ҡаты, таш бәғерле булып ҡалһа, заманға яраҡлаштырып эшләнгән спектаклдә уның йөрәге ирей, уның һуңынан әйткән һүҙҙәре  күңелгә үтеп инә: «Мин бик оҙаҡ донъяға боҙ ҡатламы аша ҡараным. Минеңсә, һыуыҡ - ул тойғоларҙан азат булыу, тирә-яҡтағы бөтә нәмәгә лә тыныс һәм битараф йәшәү мөмкинлеге ине. Әммә хәҙер ни тиклем ныҡ яңылышҡанымды аңлайым. Бөгөн мин тәүге тапҡыр ысын мөхәббәттең йылыһын тойҙом һәм ғаләмдең иң матур хазинаһы - кешенең һөйөүе икәнлегенә төшөндөм. Ул теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға, ҙур боҙ киҫәген, туңған йөрәктәрҙе иретә ала.  Әгәр ваҡытты кире ҡайтарып булһа, мин бер ҡасан да элекке кеүек Ҡар королеваһы булмаҫ инем!». Әкиәт ошоноң менән тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле лә инде.

- Беҙ әкиәтте үҙебеҙсә төрлөләндерергә тырыштыҡ һәм балаларға мәрхәмәтлелектең һәм яҡшылыҡтың хатта иң ҡаты  характерҙы ла йомшарта алыуын аңлатыу өсөн финалда Ҡар королеваһын игелекле иттек. Спектакль менән яҡын-тирә ҡала-райондарға ла сығырға ниәтләйбеҙ, - тип уртаҡлашты әкиәттең ҡуйыусы режиссеры Рафаэль Ғәйнуллин.
Балалар Герданың Кайҙы Ҡар королеваһы хакимлығынан ҡотҡарыуын иғтибар менән күҙәтте, хәүефле мәлдәрҙә улар менән бергә ҡайғырҙы. Музыканың, йыр-бейеүҙәрҙең күплеге иғтибарға салынды. Ҡыйыу һәм тоғро Герда ролендә - йәш актриса Нәфисә Мәжитова, ҡыҙыуһыныусан Кайҙы йәш актер Артур Таджидинов уйнаны, төп героиня - Ҡар Королеваһы ролен Башҡортостандың халыҡ  артискаһы Наҙгөл Иҫәнбаева башҡарҙы.
Спектаклдән һуң йәш тамашасылар Яңы йыл Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән осрашты. Бергәләшеп төрлө уйындар уйнанылар, шыршының утын ҡабыҙҙылар, йырҙар йырланылар, бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Өс йәшлек Алена менән Айнелия әкиәт буйына урындарында ултырманылар - дәртле музыка башланыу менән бейергә төштөләр. Баҡтиһәң, улар бейеү студияһына йөрөй икән, 36-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Әкиәттән һуң улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Миңә Ҡар королеваһының изге күңеллегә әйләнеүе, шыршыны бергәләп ҡабыҙыу оҡшаны, - ти Алена.
- Ә миңә Герда менән Кайоҡшаны, улар мәрхәмәтле балалар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу төрлө уйындар уйнатты, - тип һүҙгә ҡушыла Айнелия.
- Һәр шәмбе театрға йөрөйбөҙ. Шуға балалар театр, бындағы мөхит менән яҡшы таныш. Бөгөн бик матур әкиәткә шаһит булдыҡ. Актерҙар матур уйнай, билдәле сюжет  яңы төҫтәр менән балҡый. Театр актерҙарына рәхмәт. Спектаклде балаларҙан башҡа үҙебеҙ генә килеп тағы бер ҡарарға ниәт итәбеҙ, - тип уртаҡлашты ҡыҙҙарҙың әсәләре Наталья Смирнова һәм Гүзәл Нечаева.
Альбина Ҡотлоәхмәтова әкиәткә дүрт йәшлек ҡыҙы Амелияны алып килгән, ул 19-сы балалар баҡсаһына йөрөй.
- Амелия сәхнәнән күҙен дә алмай ҡарап ултырҙы. Әкиәттәге музыканың, йыр-бейеүҙәрҙең күплеге уны әсир итте. Ул үҙе лә бейеүгә йөрөй. Әкиәт заманса ҡуйылған, ул беҙгә төп мәғәнәне - тирә-яҡҡа изгелек, яҡшылыҡ бүләк итергә кәрәклекте өйрәтә. Геройҙарҙың ҡара күҙлектәрен һалғас, донъяға бөтөнләй  икенсе күҙ менән бағыуы спектаклдең мөһим мәле булды, - ти Альбина.
- Миңә айырыуса Ҡар королеваһы оҡшаны, костюмдар ҙа бик матур. - ти Амелия.
Ә 10-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе дүрт йәшлек Мәликәгә Ҡыш бабайҙың күстәнәстәре оҡшаған. 
- Ҡыш бабай тәмлекәстәр тартатты, әкиәт геройҙары беҙҙең менән зарядка ла яһаны, - ти Мәликә.
- Театрға йыш йөрөйбөҙ. Яңыраҡ «Дюймовочка»ны ҡараныҡ. Бөгөн «Ҡар королеваһы»на килергә булдыҡ. Бик шәп тамаша булды. Ҡышҡы әкиәт балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә күңеленә хуш килерлек. Артистарҙың уйыны ғәжәпләндерерлек, декорация, костюмдар ҙа иҫ китмәле. Әкиәттең төп мәғәнәһе шунда: изгелек донъяны ҡотҡарыр, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булырға кәрәк, - тигән фекерҙә ҡыҙҙың әсәһе Әлиә Шәрипова.

Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Туңған йөрәктәрҙе иретер тамаша
Автор: Дина Галеева
Читайте нас