Тырыш малай һәм ҡыҙҙарҙы ҡала мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова ҡотланы:
- Беҙ тағы ошо матур залға күркәм Яңы йыл байрамы алдынан ҡалала туған телен яратып өйрәнгән, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән балаларҙы йыйҙыҡ. Бөгөн уҡытыусыларға ла маҡтау һүҙҙәрен юллайбыҙ, сөнки һәр баланың ҡаҙанышы артында - һеҙҙең тырышлыҡ. Талантлы уҡыусыларға алдағы йылдарҙа ла ҙур уңыштар, уҡытыусыларығыҙҙы, ата-әсәйегеҙҙе ҡыуандырып, яңы үрҙәргә өлгәшегеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә татыулығы, донъя именлеге теләйем. Тырышлығығыҙ, туған телегеҙгә булған изге хисегеҙ, яуаплылығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, -тине ул.
Артабан йыйылыусылар өсөн 25-се башҡорт гимназияһы һәм 50-се башҡорт балалар баҡсаһы коллективы тарафынан әҙерләнгән ҡыҙыҡлы тамаша күрһәтелде. Һәр береһенең эше, мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр туған телдәрен һөйгән балаларҙы дәртләндереү йөҙөнән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Сәхнәлә, әйтерһең, профессиональ артистар уйнай, ә байрам сценарийы тәжрибәле режиссер тарафынан төҙөлгән.
Гимназия уҡыусылары ла сараны уҙғарышырға булышты.
Оҙаҡ йылдар саңлы лампа эсендә ултырып, матур тормошҡа килеп эләккән, шыршының, сағыу шаршарҙың нимә икәнен дә белмәгән Хоттабыч бабайға аҡыллы, тырыш балалар барыһын да өйрәтте. Ул тылсымлы һаҡалы менән ҡыҙҙарҙан «Һинд ҡыҙҙары», «Ҡар бөртөктәре» бейеүен бейеттерҙе, Ҡар батшабикәһе туңдырған шыршының уттарын ҡабаттан тоҡандырышырға, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырышырға ярҙамлашты. Хатта бар эште ҡылыс менән башҡарып өйрәнгән уҫал пираттарҙың күңеле лә балаларҙың дәртле бейеүҙәренән йомшарып китте, улар хатта сарала ҡалырға рөхсәт һораны.
Йыл хужаһы булған атта елдереп килеп ингән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы йыйылыусылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Һуңынан бергәләшеп шыршы тирәләй йырҙар йырланылар, уйындар уйнанылар, дәртле көйҙәргә бейенеләр. Уҡыусылар Ҡыш бабайға һәләттәрен күрһәтте: кемдер шиғыр һөйләне, бәғзеләре йыр йырланы. Ундайҙар һаны бихисап булып сыҡты. Йомарт Олатай һәр береһен иғтибар менән тыңланы, тәмлекәстәр өләште. Байрам үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡыш бабайменән Ҡарһылыу балаларға Яңы йылда яңы уңыштар, ҡаҙаныштар, яҡшы уҡыуҙарын теләп хушлашты.
Һуңынан уҡыусылар байрамдан алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты.
20-се мәктәптең 7-се класы уҡыусыһы Илназ Абдуллин, уҡытыусыһы Бүләк Исмәғилева әйтеүенсә, рухлы башҡорт малайы, Республика, Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, шиғырҙар һөйләй.
- Башҡорт шыршыһында тәүгә ҡатнашам. Бик оҡшаны, айырыуса пираттар, Хоттабыч бабай. Киләсәктә лә ошондай байрамға эләгер өсөн тырышасаҡмын, - ти Илназ.
21-се мәктәптең 5-се класы уҡыусылары Самира Ҡолтаева менән Азалия Булатова икеһе лә башҡорт шыршыһында өсөнсөгә ҡатнаша, «Урал батыр» эпосының призерҙары.
- Мин Мостай Кәримдең шиғырын, «Урал батыр» эпосын һөйләүҙә, «Туған телем - башҡорт теле» шиғырҙар конкурсында, «Әҙәби гөлләмә» фестивалендә, «Милли кейем көнөн»ндә, «Башҡорт теле һәм туған телдәр көнө»ндә ҡатнашыуым арҡаһында Башҡорт шыршыһына саҡырыу алдым. Сара, һәр йылдағыса, күңелле уҙҙы, айырыуса Ҡыш бабай менән Хоттабыч оҡшаны, - ти Самира.
- Үҙ телемде яратам, уны теләп өйрәнәм. «Урал батыр» эпосының ике тапҡыр призеры булдым, ғаиләбеҙ менән «Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшәбеҙ» флешмобында, мәктәптә үткән бөтә сараларҙа ҡатнаштым. Ошо уңыштарым башҡорт шыршыһына алып килде лә инде. Байрамда Хоттабыч, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу айырыуса сағыу образдар булды. Киләсәктә лә тырышып уҡырға тырышасаҡмын, - ти Азалия.
22-се мәктәптең 3-сө класы уҡыусыһы София Ғөбәйҙуллина байрамға беренсегә эләккән. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул «Урал батыр» эпосының 122 юлын ятлауға өлгәшкән. Ул байрамда Ҡыш бабайға шиғыр ҙа һөйләне, йыр ҙа йырлап күрһәтте.
- Бындай сарала тәүгә ҡатнашһам да, бик оҡшаны. Тамаша геройҙарының барыһы ла килештереп уйнаны. Апрелдә тағы ла «Урал батыр» эпосына барып тағы үҙ көсөмдө һынарға ниәтләйем, - тип бүлешә София.
- Ҡыҙыбыҙ бик әүҙем, һәр ерҙә ҡатнашырға тырыша. Музыка мәктәбенең фортепиано класында уҡый. Былтыр Санкт-Петербургта Халыҡ-ара конкурста ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә лауреат булды, быйыл Пятигорскиҙан икенсе дәрәжә лауреат булып ҡайтты. Шулай уҡ «Үҙемдең химия» яңы быуын китапханаһы ойошторған Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ-2025» онлайн-конкурсында еңеү яуланы, - тип ғорурланып һөйләй ҡыҙы тураһында Софияның әсәһе Регина Ғөбәйҙуллина.