газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Декабрь 2025, 16:21

Әкиәттәрҙә - тәрбиә

Художество етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауил Хәкимов булған «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры Салауат ҡалаһының йәш тамашасылары өсөн иҫ киткес Яңы йыл бүләге - «Ете кәзә бәрәсе һәм Лабубу» исемле музыкаль әкиәт әҙерләгәйне. 

Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Әкиәттәрҙә - тәрбиә

Төп сәхнәлә балаларҙы Яңы йыл тантанаһының төп тылсымсылары - Ҡыш Бабай менән уның ейәнсәре Ҡарһылыу сәләмләне. 
- Балалар, ә бөгөнгө көндә һеҙҙең иң яратҡан геройығыҙ кем? - тип ҡыҙыҡһынды изге тылсымсы. Күптәр Лабубуны ярата, ахырыһы. Был дөрөҫмө?
- Эйе! - тип ҡысҡырыштылар
кемуҙарҙан залдан. Әйткәндәй, Лабубу байрамға балалар янына бик ашыҡһа ла, кәрәкле маршрутҡа ултырмайынса, осрашыуға бер аҙ һуңлай. Әммә,  бәхеткә, ул спектаклдең аҙағына килеп етергә вәғәҙә итә һәм һүҙендә тора.
«Ете кәзә бәрәсе һәм Лабубу» әкиәтендә труппаның 16 артисы ҡатнаша. Был ваҡиғаға улар өс аҙна әҙерләнә. 
- Ҡуйырға теләгән бер нисә әкиәтем бар. Уларҙың береһе - «Бүре һәм ете кәзә бәрәсе». 1976 йылда ошо әкиәт мотивтары буйынса төшөрөлгән «Әсәй» нәфис фильмын барыһы  ла хәтерләйҙер. Беҙ бит шуларҙы ҡарап үтек! Был постановкаға бик оҙаҡ килдем һәм бына, ниһайәт, ул көн тыуҙы, - тип уртаҡлаша Рауил Хәкимов. - Әкиәтте үҙем яҙҙым. Әммә  унан алда алтыға яҡын инсценировка, шул иҫәптә беҙҙең рус халыҡ әкиәтен яңынан уҡып сыҡтым, фильмдарҙы һәм йәнһүрәттәрҙе ҡабаттан ҡараным. Әкиәт - фәһемле, унда яҡындарыңды  ҡәҙерләүҙең ни тиклем мөһим булыуы тураһында бәйән ителә - ул актуаллеген бер ҡасан да юғалтмаясаҡ. 
Һөҙөмтәлә, изге әкиәт кенә түгел, ә ысын мюзикл килеп сыға.
- Традицияларҙы һаҡлап ҡалдым, әммә шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе ҡыҙыһындырырлыҡ ҡайһы бер заманса тарихтарҙы ла индерҙем. Беҙ барыһын да тормоштан алырға тырыштыҡ. Мәҫәлән, классик һәм заманса йырҙарҙы аралаштырҙым.
Әйтергә кәрәк, балалар уларҙың һәр береһен белә! Улар нисек ҡабул итер, тип борсолғайным, әммә бөтәһенә лә оҡшаны кеүек. Өҫтәүенә, ҡайһы  бер хәҙерге заманса йырҙарҙы бер аҙ үҙгәрттем: рифмалар эҙләп ултырҙым, нимәнелер алмаштырҙым. Был - ҙур хеҙмәт, - ти театр етәксеһе.
Спектакль барышында күптәргә таныш булған «Әсәй» йыры яңғыраны.
- Был йыр - әсәйҙәр тураһында ысын гимн. Хәҙерге балаларҙың уны яттан белеүе ҡыуаныслы, - тәьҫораттары менән уртаҡлаша Рауил Хәкимов. - Әйткәндәй, беҙҙең труппаның  күпселеге - талантлы вокалсылар. Шуға күрә әкиәттә яңғыраған бөтә йырҙарҙы үҙебеҙ башҡарҙыҡ. 

Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, быйыл балалар араһында Лабубу уйынсығы айырыуса популяр. 
- Беҙ йыл һайын заманса йүнәлештәрҙе эшебеҙгә индерергә тырышабыҙ. Был юлы 2025 йылдың төп тренды - Лабубуға өҫтөнлөк бирҙек. Геройҙың костюмын талантлы  рәссамыбыҙ Андрей Проломов булдырҙы, - тип уртаҡлаша Рауил Хәкимов. - Лабубуны әкиәттең үҙенә индереп торманыҡ, ул тамашаның башында һәм аҙағында сыға.  Һуңынан был әкиәтте уның ҡатнашлығынан тыш та уйнарға мөмкин буласаҡ.
Спектакль ваҡытында бөтә персонаждарҙың ентекле эшләнгән костюмдарына иғтибар иттек. Рауил Хәкимов  бөтә эскиздарҙы үҙе ижад итә.
- Бөтә эскиздарҙы үҙем төшөрҙөм, ҡала буйлап париктар йыйҙыҡ - беҙгә тап бөҙрә, асыҡ йәки аҡһыл көрән төҫтәгеләр кәрәк ине. Беҙҙең үтенесебеҙгә битараф ҡалмаған ҡала халҡына рәхмәт, - ти Рауил Хәкимов.
Әкиәттең премьераһына өс аҙна әҙерләнәләр. Етәксенән уның ҡайҙан илһам алыуын белешәбеҙ.

- Балалар әкиәтте шатланып, ҙур иғтибар менән ҡараны. Ә ул, әйткәндәй, 30-40 минут ҡына түгел, Ул бит әкиәт яҙып ҡына ҡалмай, деталдәр уйлап сығара, костюмдар эшләй, шул уҡ ваҡытта үҙе лә унда төп - Бүре ролен башҡара.  ә бер сәғәт дауам итә! Нисек илһамланмайһың инде? Бигерәк тә, әгәр быны бөтә күңелеңде биреп эшләһәң, арыу тоймайһың, - тип бүлешә Рауил Хәкимов.

Йәш тамашасылар, әкиәт тамамланғандан һуң, төп залдан икенсе ҡаттағы фойеға юлланды.
- Беҙҙә бик ҙур программа, - ти етәксе. - Әкиәттән һуң балаларҙы мәҙәни-ял итеү үҙәгенең икенсе ҡатында уҙғарылған иртәлеккә оҙатабыҙ. Ярты сәғәт буйы улар менән Буратино, Мальвина, Карабас-Барабас һәм Төлкө Алиса әкиәт персонаждары уйнай. Тантана аҙағында балалар Ҡыш бабай һәм  Ҡарһылыу менән иҫтәлеккә фотоға төшә.

2025 йылдың аҙағы «Беҙҙең театр» өсөн өсөн уңышлы тамамлана. Рауил Хәкимов билдәләүенсә, ул яңы проекттар тураһында уйлана башлаған да инде.
- Быйыл режиссер факультетында уҡыған артисыбыҙ Олег Дмитриенко мәҙәниәт колледжын тамамлай, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә «Бәләкәй битлектәр» балалар театр студияһын алып бара. 2026 йылда ул әле популяр булған «Йәнлектәр детективы» китабы буйынса балалар әкиәтен әҙерләйәсәк. Ә беҙ параллель рәүештә ҙур спектаклгә тотнасаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта ике ҡыҙыҡлы материалым бар һәм уларҙың ҡайһыһында туҡталасағымды аныҡ ҡына әйтә алмайым, - тип пландары менән уртаҡлашты Рауил Хәкимов.
Алена БИЗИКИНА фотолары.

Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Әкиәттәрҙә - тәрбиә
Автор: Дина Галеева
Читайте нас