2 декабрҙә Өфөлә үткән тантаналы сарала Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Бөтә донъя татарҙар конгресының Милли советы рәйесе Вәсил Шәйхрәзиев Рауил Хәкимовҡа «Татар милләтенә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалын тапшырҙы. Был мөһим ваҡиғала күп кенә абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айҙар
Ғәлимов, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева кеүек билдәле шәхестәр, шулай уҡ ғалимдар, уҡытыусылар һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар ине.
- Салауат ҡалаһында күп милләтле халыҡ татыу һәм берҙәм йәшәй. Туған телде, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлауҙы, үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған төрлө йәмәғәт ойошмалары уңышлы эшләп килә. Шуларҙың береһе - “Ак калфак” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы. Мәҙәниәт йорто етәксеһе булараҡ, улар миңә төрлө һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышабыҙ. Тантанала ҡатнашҡан оло шәхестәр араһында ошондай миҙал менән бүләкләнеү миңә ҙур ғорурлыҡ һәм ихтирам хисе бүләк итте. Был награда минеңөсөн ҙур баһа булып тора, -тип уртаҡлашты Рауил Хәкимов.
Зилә СӘЛИМОВА.
Фото Рауил Хәкимовтан.