Нәүфилә Яҡупова хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән, бала сағы ла ошонда үтә. Ҡыҙҙың бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә һәләте булғанға күрә, ата-әсәһе, бишенсе класты тамамлағандан һуң, уны Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына уҡырға ебәрергә ҡарар итә.
- Ауылдан ситкә бер ҡайҙа ла йөрөмәгәс, ауылымды, ата-әсәйемде ташлап, баш ҡалала уҡый башлау, сит мөхиткә ылығып китеү башта ныҡ ҡыйын булды. Бер йылға яҡын тиерлек иланым. Әммә кеше бөтә нимәгә лә яраҡлаша, ваҡыт үтеү менән мин дә яңы тормошҡа өйрәндем, - ти Нәүфилә апай йылмайып, шул йылдарҙы иҫкә төшөргәндә.
Интернатта уҡыған ваҡытта уҡытыусылары мәҙәни-ағартыу эшенә ҙур иғтибар бүлеп, уҡыусыларҙы даими театрҙарға йөрөтәләр. Тап ошо мәлдәрҙә йәш ҡыҙҙы илаһи театр донъяһы үҙенә әсир итә. Спектаклдәр ҡараған ваҡытта үҙен дә сәхнәлә уйнаған кеүек, шундағы актерҙар урынында, тип күҙ алдына килтерә һәм ҡыҙ алдына бер генә - киләсәктә актриса булырға тигән маҡсат ҡуя. Ҡулына аттестат алғандың икенсе көнөнә үк документтарын бер икеләнеүҙәрһеҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтына тапшыра.
- Мин спектаклдәр ҡарау өсөн һәр ваҡыт Башҡорт дәүләт академия драма театрын һайлай торғайным. Шунда йыш йөрөү күңелем төбөндә театрға һөйөү уятҡандыр, тип уйлайым. Башҡа һөнәрҙәр тураһында уйламаным да, тик шул юлдан ғына китәм, тип хыялландым, бер ниндәй ҙә башҡа профессия күҙ алдына килмәне. Артист булырға теләгән егет-ҡыҙҙар ул ваҡытта күп ине, шулай ҙа уҡырға инеүе ҡыйын булды, тип әйтә алмайым. Беҙҙең курсты махсус Салауат театры өсөн йыйҙылар, уны бөйөк шәхес, талантлы актриса Гөлли Мөбәрәкова етәкләне. Ә театрҙың художество етәксеһе Вәзих Сәйфуллин ине. Ул да үҙе килеп, һәр беребеҙҙе бөртөкләп ҡарап, тикшереп ҡабул итте. Салауат театры уҡыған ваҡытта беҙгә бар яҡлап та ҙур ярҙам күрһәтте, - тип һөйләй Нәүфилә Нурислам ҡыҙы.
Йәштәрҙең Салауат театры менән танышлығы институтта уҡығанда уҡ башлана. Уларҙы юбилейҙарға, байрамдарға килеп алып йөрөйҙәр, шулай улар эшкә барасаҡ театрҙарының мөхитенә алдан ылыға. Буласаҡ сәхнә йондоҙо үҙенең тәүге ролдәрен 1995 йылда институтты тамамлаған саҡта әҙерләгән спектаклдәрҙә уйнай. Улар: Р. Киплингтың «Маугли»һында Табаки һәм П. Кальдерондың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» спектаклендә Леонора була. Йәштәр Салауат театры сәхнәһендә ошо спектаклдәрҙе уйнап, имтихан тота.
- Йәшләй генә ошонда эшкә килеп, бер театрға тоғро ҡалып ижад итеүемә 30 йыл булды. Аллаға шөкөр, уҡытыусыларыбыҙға, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға, хыялдарыбыҙға хыянат итмәй һаман ошо бер сәхнәлә эшләп киләбеҙ. Ролдәрһеҙ
ултырған юҡ. Мин һәр ваҡыт бер амплуалағы артист булып ҡалыуҙан ҡурҡтым. Тырышлығым бушҡа китмәне - трагик, комедиялы, лирик жанрҙарҙағы образдар ҙа байтаҡ эштәрем араһында. Әлбиттә, бының өсөн остаздарыма бик рәхмәтлемен. Театрҙың ныҡлы тотҡаһы булған Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Миңдулла Иҙрисов, Рафаэль Сәлихов, Зөһрә һәм Рим Әминевтар, Ғәлиә Әмирханова, Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар, Венера Хәсәнова, Илдар Вәлиев һәм башҡа бик күптәр эш нескәлектәренә әкрен генә төшөндөрөп, үҙҙәренең аҡыллы, төплө кәңәштәрен бирҙе. Уларҙың ҡул аҫтында эшләү үҙе бер мәртәбә булған. Шулай уҡ Гөлли Арыҫлан ҡыҙының да тәрән мәғәнәле һүҙҙәре хәҙер инде 30 йыл буйына ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Ул: «Сәхнәгә сығаһығыҙ икән, һеҙҙең тамашасыны алдарға хаҡығыҙ юҡ. Бөтә йәнеңде-тәнеңде биреп уйнау - ул һинең профессияң һәм уға хыянат итергә тейеш түгелһең», - тип өйрәткәйне беҙҙе. Уларҙың өмөттәрен аҡлағанбыҙҙыр, тип уйлайым, - тигән фекерҙә Нәүфилә Нурислам ҡыҙы. - Хәҙер инде үҙем дә йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен. Йәш актерҙарға кәңәшем шул: беҙҙең кеүек, артист юлын һайлағанһығыҙ икән, уны бөтә күңелегеҙ менән яратығыҙ, һөнәрегеҙгә тоғро ҡалығыҙ. Әлбиттә, артист тормошо һәр ваҡыт алҡыштарҙан, сәскәләрҙән, матур һүҙҙәрҙән, йылы ҡараштарҙан ғына тормай. Төрлө саҡ була. Әммә һөнәреңә булған һөйөүең бөтә ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Әгәр тамашасының йөрәгенә үтеп инеп, уны уйланырға мәжбүр итә алам икән, был минең өсөн - ҙур бәхет. Спектаклдән һуң да әле, образдан сыға алмай, шаршау артында ярһып илаған саҡтар ҙа була, айырыуса ауыр образдар уйнағанда.
Ошо йылдар эсендә Нәүфилә апай йөҙләгән сағыу образдар ижад итә: «Гөлшаян»да - Гөлшаян, «Салауат»та - Гөлнәзирә, «Аҡ йәйҙәрем үтте инде»лә - Ләлә, «Нәркәс»тә - Нәркәс, «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш»та - Маһира һәм башҡа күп ролдәр.
- Театр донъяһы, һис шикһеҙ, һынауҙар һәм ауырлыҡтар менән тулы. Әммә һәр ролде сәхнәгә сығарыу актерҙы үҫтерә, уға дәртләнеп эшләргә ҡанат ҡуя. Тәү сиратта, геройыңдың холоҡ-фиғелен, сифаттарын үҙеңә алырға тейешһең. Шунда ғына уңышҡа өмөт итеп була. Ниндәй генә роль булмаһын - ыңғаймы ул, киреме, һин уны йөрәгең аша үткәреп, тамашасының өмөттәрен аҡларҙай итеп сәхнәгә сығарырға бурыслыһың. Улар ҙа бит театрға ниндәйҙер һорауҙарға яуап табыр өсөн килә. Тик шулай ғына тамашасы менән ныҡлы бәйләнеш булдырырға мөмкин. Һәр роль - тормош һабағы. Үҙемдең бала саҡ хыялдарыма тоғро ҡалып,ошо тиклем ғүмер ижад итеүем менән ғорурланам, һайлаған һөнәремә бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы, - ти Нәүфилә апай.
Нәүфилә Яҡупова балалар спектаклдәрендә лә ҙур теләк менән ҡатнаша, сәхнәләге бәләкәй тамашасыларҙы ҡыуандыра. Ул балалар өсөн уйнау рәхәт тә, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла, ти.
Актрисаның тормош иптәше Илдар ағай сәнғәт кешеһе түгел. Әммә Нәүфилә апай уның ышаныслы терәген һәр ваҡыт тойған. Улар ҡыҙҙары Аидаға, улдары Илнурға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған.
- Тормош иптәшем мине һәр ваҡыт аңланы һәм һәр нимәлә ярҙам итте. Йыш ҡына гастролдәргә сыҡтыҡ, ҡайһы берҙә оҙаҡҡа китергә лә тура килә ине. Балаларым иремдең ышаныслы тәрбиәһе аҫтында булды. Иптәшемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Балаларыбыҙ артист юлынан китмәне. Ҡыҙым мәктәптә уҡығанда шул юлды һайлаһам нисек булыр икән тип бер әйтеп тә ҡуйғайны. Тик ысын артист булыу еңел түгеллеген яҡшы белгәнгә, уны был юлдан ебәрергә теләгем булманы. Шуға ҡыҙымды был йәһәттән хупламаным. Әле ул кейәүҙә, беҙ олатай менән өләсәй булдыҡ - ейәнебеҙ бар. Улыбыҙ әлегә йәш, ғаиләле түгел, ул да сәхнәнән алыҫ.
Театр сәнғәтенең йондоҙо Нәүфилә Яҡупованың тынғыһыҙ ижады һәр ваҡыт хөкүмәт һәм йәмәғәтселек тарафынан юғары баһалана. Уның «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә эйә булыуы, Мәҙәниәт министрлығынан алған бихисап почет грамоталары, Станиславскиҙың көмөш миҙалы һәм «Йылдың иң яҡшы актеры» театр премияһы - барыһы ла уның һөнәренә булған ихласлығының һәм тырышлығының дәлиле.