газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2025, 13:58

Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»

«Беҙҙең театр» рус йәштәр театры  сәхнәгә татар классигы, драматург Туфан Миңнуллиндың «Гөргөри кейәүҙәре» пьесаһы буйынса музыкаль комедияны сығарҙы. Татар телендә яҙылған әҫәрҙе «Беҙҙең театр»ҙың режиссеры Рауил Хәкимов рус теленә тәржемә итә һәм ҡыҫҡа итеп «Кейәүҙәр»тип атай.

Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»
Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»

- Пьесала керәшен татарҙарҙың мәҙәниәте, көнкүреше һәм йолалары тураһында һүҙ бара. Шундай ғәҙәти булмаған милләт, шундай мәҙәниәт бар. Улар Башҡортостанда, Татарстанда, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә йәшәй. Был халыҡ бер кемгә лә оҡшамаған, костюмдары ла ҡатнаш: рустар ҙа, татарҙар ҙа, мордвалар ҙа, сыуаштар ҙа түгел, исемдәре лә үҙенсәлекле: Гөргөри, Үринә, Катерна, - тип һөйләй Рауил Хәкимов.
Гөргөри менән Катерна өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары кейәүгә сығып, атай йортон ҡалдыра, әммә никахтары уңышһыҙ була һәм балаларын үҙҙәре тәрбиәләйҙәр. Шуға Гөргөри кесе ҡыҙҙары Үринәнең дә бындай яҙмышлы булыуын теләмәй, һәм уны керәшен татарҙары йолалары буйынса ғына кейәүгә бирергә ҡарар итә. Шунан ҡыҙ йортона яусы ебәреүҙәр, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр, бейеү буйынса һынауҙар башлана. Спектаклдә Салауат башҡорт дәүләт драма театрының элекке актерҙары: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миндулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Венера Хәсәнова, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева ҡатнашты. Улар сәхнә менән янып йәшәүен, сәнғәткә тоғро ҡалыуын тағы бер тапҡыр иҫбат итте. Салауат театры актрисалары элекке коллегаларының сығыштарын көслө алҡыштарға күмде.
- Сәхнәлә ветерандарыбыҙҙы күреүемә бик шатмын. Улар шул тиклем бирелеп уйнай, һәләттәрен күрһәтә һәм йәштәргә үҙ оҫталыҡтарын, белемдәрен тапшыра. Сәхнәлә пәйҙә булғас та, улар менән бергә эшләгән ваҡыттар күҙ алдына килде. Ветерандарыбыҙҙың әле лә сафта булыуына шатбыҙ, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова.
- Спектакль шул тиклем матур булды, ветерандарыбыҙҙы күреүебеҙгә бик ҡыуандыҡ, - тип коллегаһын хупланы Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфирә Сәфиуллина.
Быйылдан «Беҙҙең театр» муниципаль театр статусын алды, труппа актерҙары рәсми рәүештә эшкә ҡабул ителде. Биш артист театр институтына маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡырға инде. Труппа дәртләнеп ижад итеүен дауам итә һәм Яңы йыл тамашаһын, шулай уҡ бөтә артистар йәлеп ителәсәк ҙур спектакль әҙерләүгә тотонған да инде. 

Ольга ИСАКОВА фотолары.

Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»
Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»
Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»
Туй гөрләтте «Кейәүҙәр»
Автор: Дина Галеева
Читайте нас