Кем уйлаған, ошолай доғалар ятлап иртәле-кисле намаҙ уҡырмын, тип? Йәшерәк саҡта өйрәнергә күҙе ҡыҙһа ла, уныңса, намаҙ уҡыу - буй етмәҫлек эш һымаҡ ине. Улайға китһә, үҙен белә-белгәндән бирле дингә, Аллаһҡа ышаныу күңелендә генә йөрөй бит. Өләсәй менән үҫеүе лә, ике күрше бабайҙарының биш намаҙ уҡыуы һәм олатаһының мәсеткә йөрөүе, шуларҙы күреп үҫеүе сәбәп булғандыр.
“Ҡолһыуалла”ны өләсәһенән яҙып алды үҙ ҡулдары менән, туғыҙ-ун йәштәр тирәһе булғандыр, шул ҡағыҙҙы юғалтмай йөрөтөп ятлағаны хәтерендә. Раббәнәне һәм башҡа вағыраҡ доғаларҙы ниңәлер ул йоҡларға ятҡас өйрәтте. Ул әйтә - ҡыҙ ҡабатлай, шунда йоҡлап та китә. Һуңыраҡ мәктәптә шиғырҙар ятлай башлағас ҡына аңланы: шиғырҙарҙы йоҡлар алдынан ятлап, иртән тороп ҡабатлаһаң, иҫтә ҡала икән. Башҡа доғаларҙы намаҙ уҡырға ниәтләгәс ятланы, хатта йоҡларға ятҡас, киске намаҙын - йәстүҙе бер нисә мәртәбә ҡабатлап ята. Шулай итеп, бер ай тигәндә, биш намаҙға баҫты ла яңылышмай ғына уҡый башланы. Шатланып бөтә алманы үҙе: шулай еңел икәнен белһә, күптән баҫҡан булыр ине намаҙға! Йәшерәк саҡта уҡталып ҡуйғайны бер ваҡыт, үҙенсә киске намаҙҙы уҡып та мәшәҡәтләнгәйне. Хәҙер иҫкә төшөрһәң, бигерәк көлкө булған. Шулай, ваҡыт еткәс, дини китаптар һатып алды. «Намаҙ уҡыу тәртиптәре» тигән баҫма ҡулына эләкте. Шул китапты бик ентекләп уҡып сыҡты ла доғаларҙы ятлап өйрәнә башланы. Совет власының гөрләп торған сағы. Шулай ҙа, ауыл иҫке ғөрөф-ғәҙәттәрен ташламай.
Бәлки, ололарҙың һәм дини кешеләрҙең күп булыуы ла сәбәп булғандыр. Берәү ҙә кәләште никах уҡытмайынса алманы һәм кейәүгә барманы. Бала тыуғас, исем ҡуштырыуҙар, мәйет ерләү - барыһы ла еренә еткереп, мулла ҡушыуы буйынса эшләнде. Ураҙа тотоу, ауыҙ астырыуҙар ҙа була ине.
Хәтерендә, Гөлзифаның әсәһе мейескә икмәк һалғаны. Һуңыраҡ, ни эшләптер, колхозсыларға иген бирмәй башланылар. Биргәндәре лә тик әҙ- мәҙ генә ине, астан үлмәҫлек. Аҡса түләнмәй. Гөлзифаның иҫендә уйылып ҡалған хәл - комсомол егеттәр, ҡыҙҙар, бистарка арбаһына игенде тейәп, өй боронса килтереп ауҙарып китәләр. Өләсәһе бахыр: “Ҡайҙа һалайым, нишәтәйем?” - тип ыуаланып торғансы, йәштәр, көлөшә-көлөшә, өй алдына бушатып та китә торғайнылар.
Магазиндан һатып алып ашайҙар. Көйәнтәләп ҡатыҡ һатып, аҡса эшләп, икмәк ташыйҙар. Ул ҡатыҡ аҡсаһы инде, ташҡа үлсәйем. Иҫкә төшөрһәң, ятып үлерлек. Ҡуй инде.
...Ҡатыҡ. Ҡатыҡ, тип әйтеү генә анһат. Уны яҡшы итеп ойота белергә лә кәрәк, тәмле булһын, тиһәң. Мөгәрәпкә һалҡынға төшөрәһең, өҫтөнә сылт аҡ күҙлекәй таҫтамал ябаһың. Йыйылған эркет һыуы шул таҫтамалға һеңә, шунан таҫтамалды ипләп кенә алып, бер һауытҡа һығаһың. Һыуы бөткәнсе бер-ике ҡат шулай эшләйһең. Иртәгәһен ике биҙрә ҡатыҡты көйәнтәгә элеп, баҙарға китәләр. Барып еткәнсе йәйәү баралар. Ете саҡрым, тип әйтә торғандар ине. Гөлзифа үҙе лә ҡайһы ваҡыт эйәреп барғаны булды сумка тотоп. Сумкаға гәзиткә төрөлгән ике-өс тиҫтә тауыҡ күкәйҙәре һалына. Гелән булмай, әллә ниҙә бер генә. Бер нисә барак йортта ике магазин бар ине.
Береһе ҙур ғына, бөтә нимәһе була, ә икенсеһе икмәк магазины ине. Ошо барактарҙың коридорына керәләр, кергән ыңғайға руссалап: «Кому надо кислый молока?» - тип һөрән һалалар. Шунан инде берәм-берәм ишектәр асылып китә лә, мәрйәләр сыға ҡатыҡ тәмләргә. Ҡулдарын һоналар, һатыусы ҡалағы менән әҙер тора, тиҙ генә ағас ҡалаҡ менән биҙрәнең бер ситенән әҙ генә итеп ҡатыҡ ала ла һонолоп торған усҡа һала, ә тегеһе теленең осо менән генә тәмләп ҡараған була. Бына шулай ҡатыҡ һаталар. Шулай барактанбаракка йөрөп һатып бөткәс, урамдағы колонкала биҙрәләрен йыуып, һалҡын һыу эскәндән һуң, бер аҙ хәл кереп, күңелдәре күтәрелеп китә. Аҡсаларын барлап, һанап, магазинға йүнәләләр. Күберәк шул икмәк магазинына керәләр. Ҡатыҡтан бушаған биҙрәләр икмәк һәм башҡа кәрәк аҙыҡ-түлек менән тулғас, ҡайтыр юлға сығалар. Бер көйәнтә ҡатыҡтан йәмғеһе өс һум, ҡай саҡ өс һум егерме тин аҡса йыйыла. Ташҡа баҫҡан кеүек - кәм дә, артыҡ та булмай. Ҡайһы ваҡыт берәйһе: «Әйҙәгеҙ, аҫҡа төшәйек», - ти. Аҫ, тигәндәре - төҙөлөп ятҡан ҡала - Салауат ҡалаһы була. Өйгә ҡайтҡас, Гөлзифа бер үҙе зыҡ ҡубып ҡатыҡ һатып уйнай: «Кому надо кислый молока?» - тигән була килештереп. Һалҡынса ҡараңғыраҡ барак коридорында ошо һүҙ, әйтерһең, музыка булып яңғырай. Ҡабатлап ҡысҡырып уйнай. Шунан үҙенең ҡулына үҙе ҡатыҡ һала ла, теге мәрйәләр һымаҡ, тәмләй. Уйҙары ошо ергә еткәс, “келт” итеп, яңы ғына гүр эйәһе булған ике туған апаһы иҫенә төштө. Зиһене бик һәйбәт ине уның. Тик, аяҡтары атламаҫ булып, ашау үтмәй башлағас, түшәккә ятты. Хәлен белергә барған арала тәтелдәп һөйләшеп ятты. Иҫе шул тиклем дөрөҫ булды.
Ҡайһы саҡта үҙ тормошон һөйләп китә ине. Әлеге шул ҡатыҡ һатҡанын һөйләне. Иҫе китеп тыңланы Гөлзифа. Ауырға ҡалғас, апаһы үҙенең ҡатығын ғына түгел, күршеһенең ҡатығын да һатҡан. Бер барғанда, үҙенең ҡатығын көйәнтәләп алып бара, икенсе ваҡыт күршеһенекен уртаҡҡа алып барып һата. Бер биҙрәнең аҡсаһын күршеһенә бирһә, икенсе биҙрәнеке - үҙенә.
- Туғаным, бына шулай итеп бала тапҡансы аҡса йыйҙым. Балаға кәрәк әйберҙәр, йүргәк-фәлән алыр өсөн, - тип, күҙҙәрен Гөлзифаға төбәне ул.
Бына шулай ул, ҡатыҡ, тигәнең, туйындырған да, кейендергән дә ауылдаштарымды үҙ заманында...
Миңзада Жданова.