газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2025, 20:15

«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»

Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәгә Салауат Юзеевтың «Дүрт өкө» төнгө клубы» әҫәре буйынса «Йәнекәйем, мин өйләнәм...» тигән премьераны сәхнәгә сығарҙы. Ҡуйыусы режиссеры - Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ренат Әйүпов, ҡуйыусы рәссамы - Никита Протасов, композиторы - Камил Ҡотдосов, хореографы - Илназ Динисламов.

«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»

Спектакль башланыр алдынан ҡунаҡтар Картиналар галереяһының Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған күргәҙмәһе (0+) менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Унда галереяның фондынан төрлө темаларға картиналар урынлаштырылғайны.
Тамаша бик ҡыҙыу башланып китте. Тәү ҡарашҡа комедия күренһә лә, ысынында иһә, уның нигеҙендә бик сетерекле, көнүҙәк тема ята булып сыҡты. Төп герой Эмилдең яратҡан ҡатыны Вәсилә, улы Илдан бар. Улар - башҡаларға өлгө булырлыҡ, йорттарында йылылыҡ һәм мөхәббәт хакимлыҡ иткән бынамын тигән ғаилә. Тик...берҙән-бер көндө Эмиль өйгә йәш ҡыҙ Камиләне алып ҡайта ла, ҡатынына: «Йәнекәйем, мин өйләнәм!» ти. Эмилдең был аҙымын ғаиләһе аңлай алмай - ниңә, ни өсөн? Тик һуңынан ғына атайҙы был аҙымға улының яҙмышы, өйләнмәй яңғыҙ йөрөгәне өсөн борсолоуы этәреүе асыҡлана. Ата-әсә күңеле һәр саҡ балала бит. Шулай уҡ бер-береңде аңлау, ихтирам итеү, яҡындарыңды ғәфү итеү, аңлау, мөхәббәт, сабырлыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр урын алған бында. Икенсе ҡатын алып ҡайтҡан ирен күрә алмаҫҡа тейешле Вәсилә эсенән ут йота, сабырлыҡ күрһәтеп, был мәсьәләгә аңлап ҡарай. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим, спектакль милли рух менән һуғарылғайны - быға димләү, мәһәр, ҡалым кеүек төшөнсәләр, халыҡ йырҙары, гармун моңдары ишара.
- Ата-әсәләр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған спектакль тәрән уйға батырҙы. Бында ғаилә ҡиммәттәре лә, балалар өсөн яуаплылыҡ, борсолоу тойғолары ла күренә. Актерҙар ролдәрен шул тиклем матур уйнаны, һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре ла ярылып ята ине. Рәхәтләнеп көлөп, ял иттек, - тиҙәр премьераға килеүсе Лилиә Саньяпова менән Зилә Иванчина.
Лирик комедияны ҡарарға 25-се башҡорт гимназияһы директоры Ильвира Фәхретдинова һәм 19-сы мәктәп директоры Илүзә Байгилдина ла килгәйне.
- Спектаклдең сюжетын алдан белмәһәк тә, төп герой Эмилдең йәш ҡыҙ Кәмиләне улы өсөн алып ҡайтыуын шунда уҡ төҫмөрләнек. Балаларҙың ваҡытында башлы-күҙле булыуы ата-әсә өсөн ҙур бәхет. Тамашала милли колорит сағыу бирелгән: башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреше асыҡ күрһәтелә. Бейеүҙәре, хәрәкәттәре бик шәп, артыҡ ҡыланыш юҡ, заманға яраҡлаштырылып эшләнелгән, гармун моңдары, милли кейемдәр ике быуынды бәйләп тора. Актерҙарҙың һәр береһе үҙ ролен оҫта башҡарҙы. Театрҙан яҡшы кәйеф алып ҡайтырға сығабыҙ, - тине улар премьера тамамланғас.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Автор һәм Александр КАЗАКОВ фотолары.

 

«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
«Йәнекәйем, мин өйләнәм...»
Автор: Дина Галеева
Читайте нас