Салауат башҡорт дәүләт драма театрында электән килгән йоланы дауам итеп, изге эшкә үҙ өлөшөн индерәләр - «Өләсәй тәҡдим итә» Бөтә Рәсәй проекты бойомға ашырыла. Проект Сергей Безруковтың киләсәк театрҙарҙың художество етәкселәре академияһында тыуа, унда театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина уҡығайны.
Сараның төп маҡсаты - өләсәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәренә китап уҡыу традицияһын тергеҙеү, хәҙерге балалар авторҙарын популярлаштырыу һәм уҡыусылар үҙҙәре тәҡдим иткән китаптар базаһын булдырыу. Әлеге заманда киң ҡолас алған интернет тормошона ҡарағанда, был күпкә йәнлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Ул онотолоп барған боронғо традицияны тергеҙеү йәһәтенән дә отошло.
Уҡылған әҙәбиәткә анализ үткәргәндән һуң, театр мәғлүмәтте нәшриәттәргә, яҙыусыларға, китап магазиндарына тапшырасаҡ, унда проекттың логотиптары менән кәштәләр барлыҡҡа киләсәк. Китап магазинына килгән һәр кеше «Өләсәй тәҡдим итә» кәштәһен күрәсәк, ул, үҙ сиратында, ниндәйҙер сифат билдәһе лә булып торасаҡ.
Был юлы сарала «Аҡбуҙат» ойошмаһы ойошторған «Толпар» балалар берекмәһе лә ҡатнашты. Ойошма ағзалары өләсәйҙең ҡалдырған мираҫын - һөйләгән әкиәттәрен онотмай артабан да шулай уҡ дауам итергә, тигән пландар менән янып эшләй. Балаларға Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Серле ҡумта» китабынан әҫәрҙәре тәҡдим ителде. Әкиәттәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин һәм актриса Ҡәҙриә Ҡотләмбәтова уҡыны. Балалар уларҙы мауығып тыңланы, сюжеттар буйынса фекер алыштылар, яңы, билдәһеҙ һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен тикшерҙеләр. Сара тамамланғас, барыһы ла «Маугли» әкиәтен ҡарарға саҡырылды.
Театрҙа был эште артабан да дауам итергә ниәтләйҙәр. Саралар сиратлап рус һәм башҡорт телдәрендә уҙғарыла. Ҡатнашыу бушлай, әммә урындар һаны сикләнгән.
Фото театрҙан.