газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2025, 16:39

Ижадымдың яңы битен асып

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Рөстәм Фазылов ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын ҡаршыланы. 

Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып

Рөстәм Фазылов Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған, бала сағы шунда үтә. Егет мәктәптә уҡығанда уҡ пионерҙар һарайына драма түңәрәктәренә йөрөй. Һуңынан, заводта эшләгәндә, урындағы Арғаяш халыҡ театрында әүҙем ҡатнаша. Шул ваҡытта уҡ егеттең күңеленә ижадҡа ҡарата һөйөү барлыҡҡа килә. Көслө тауышҡа эйә булған атаһы ла уның тап сәнғәт юлынан китеүенә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.

- Һөнәр һайлауыма булышлыҡ иткән тағы бер хәлде билдәләп үтмәй булмай. Элек Башҡортостандан килгән артистарҙың концерттары һәм спектаклдәре беҙҙең өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнер ине. Шул ваҡытта уҡ Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева кеүек күренекле сәхнә оҫталарын белеп, күреп үҫтем. Бер ваҡыт Силәбегә Өфөнән 250-ләгән делегация килеп төштө. Опера һәм балет театрында бик ҙур концерт булды. Бөтә Башҡортостан йондоҙҙары араһында СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова ла бар ине. Зал шығырым тулы, буш урындар юҡ. Өс сәғәтлек концерт бер тынала үтте. Икенсе көнөнә улар бүленеп, ике районға - Ҡоншаҡ менән Арғаяшҡа килде. Шунда Гөлли Арыҫлан ҡыҙы минең кемлегемде, ҡайҙа уҡыуымды һорашты. Силәбе сәнғәт институтына уҡырға инергә  йөрөүемде белгәс, ул мине Өфөгә саҡырҙы. Имтихандар бирергә килгәс тә, мине ҡолас йәйеп, үҙ туғанылай ҡаршы алды. Шулай 1993 йылда профессор, кафедра мөдире Ғабулла Ғиләжевтың төркөмөнә эләгеп, Өфө сәнғәт институты студенты булып киттем. Шул ваҡытта миңә дөрөҫ йүнәлеш биргән, остаз булған, аҡыллы кәңәштәре менән һәр ваҡыт ярҙам иткән Гөлли Арыҫлан ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен, - тип уртаҡлаша Рөстәм ағай.
Рөстәм Рамазан улы билдәләүенсә, улар Ғабдулла Ғиләжев, Рәфил Нәбиуллин, Суфия Күсимова, Тамара Хоҙайбирҙина, Рәйсә  Хәбирова, Галина Вербицкая, Земфира Хөсәйенова, Әхтәм Абушахманов кеүек башҡа абруйлы педагогтарҙан белем алыу бәхетенә эйә була. Ҙур сәхнәгә тәүге етди аҙымдарын актер студент сағында, ике диплом спектаклен ҡуйғанда яһай - «Таңсулпан»да Күсәрбай, «Төшөмлө урын»да Юсовты уйнай. Комиссияны етәкләгән Мәскәүҙең Щепкин училищеһынан билдәле профессор Александр Поламишев студенттарҙың сығышын ҡарап, Рөстәм Фазыловтың уйнауын юғары баһалай, «Бынамын тигән актер!» тип ҡулын ҡыҫып, үҙен ҡосаҡлап ала.
- Билдәле шәхестең бындай һүҙҙәре үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы, иңдәремә ҡанат ҡуйҙы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Рөстәм ағай.
Рөстәм Фазыловтың Салауат театры менән тәүге осрашыуы 1993 йылда була. Беренсе курс студенттары «Һарысәс» спектаклендә ҡатнаша. Ул саҡтағы театрҙың художество етәксеһе Вәзих Сәйфуллин уларҙы йылы ҡабул итә.
- Килеп инеү менән мине был театр нимәһе менәндер арбаны. Бындағы йылы мөхит үҙенә тартты, был ғәҙәти түгел, ә  ниндәйҙер сихри театр, тигән уй йүгерҙе баштан. Шуға Салауат театрына ҡанатланып килеп, 1997 йылда эш башланыҡ, - тип һөйләй Рөстәм Рамазан улы. - Беҙгә оло быуын артистары: Рәйсә Сәйфуллина, Рафаэль Сәлихов, Флүрә Ниғмәтуллина, Флүрә Һәм Риф Мозаһитовтар, Венера Хәсәнова, Гөлшат Һәм Рим Зыязетдиновтар, Рим Әминев, Миңдулла Иҙрисов менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Улар беҙҙең остаздарыбыҙ булды, - тип иҫләй Рөстәм Фазылов.
Эшләгән осоронда ул үҙен күп яҡлы актер булараҡ таныта. Ул «Көнләш, Америка!»лағы Марк Донгман, «Йылан тиреһе»ндәге Баяс һәм  башҡа бик күп ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ролдәре менән тамашасы һөйөүен яулай.
Әммә көтмәгәндә уға директор урынбаҫары булырға тәҡдим итәләр.
- 30 йәшемдә үк театр директоры Наилә Сәфәрғолова был турала һүҙ ҡуҙғатҡайны. Минең актер һөнәрем бар, шуның буйынса эшләгем килә, ҡурҡыңҡырайым да тип, баш тарттым. Наилә Абдулхай ҡыҙы сабырлыҡ менән был вазифаға
әҙер булыуымды көттө. 32-ем тулғас, тағы шул һорауға әйләнеп ҡайттыҡ. Шунда ул миңә туғандарса хәстәрлек менән: «Туғаным, ҡурҡма, бөтә нимәлә ярҙам итермен, беҙгә йәштәрҙе үҫтерергә кәрәк», тине. Мин ризалаштым һәм директор урынбаҫары булып киттем. Шулай сәхнәне ҡалдырырға тура килде, - ти ул.
Рөстәм Рамазан улы әйтеүенсә, тап ошо осорҙа ныҡышмал етәксенең тырышлығы менән театрҙа күп эштәр башҡарыла, бергә улар күп кенә уңыштарға ирешә, мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра, республикала, илдә генә түгел, ә унан ситтә лә фестивалдәргә, гастролдәргә йөрөйҙәр.17 йыл дауамында ул театр етәксеһенең ышаныслы ярҙамсыһы була. 
Директор урынбаҫары вазифаһын Фазылов 2014 йылда ҡалдыра, художество етәксеһе вазифаһына күсә. Бурыстары бер аҙ кәмегәнгә, артист режиссерҙарҙың ҡыҙыҡлы тәҡдимдәренә теләп ризалаша. Театр директоры Илдар Маннапов та артистың сәхнәгә ҡайтыуын хуплай.
- Антон Федоровтың «Ерҙәштәр» һәм Рауил Хәкимовтың «Һипкелле ҡыҙ» спектаклдәре ижадымда яңы офоҡтар асты. Тик шулай ҙа  һәр нимәнең аҙағы була. Бер мәлдә ике юлдың береһендә туҡталырға кәрәклеген аңланым. Театрыбыҙ директоры Айбулат Миңлеғәле улына рәхмәт, ул етәкселек эшемде ташламауымды һораны, әммә мин икенсе юлды һайланым. Сөнки мин - ижади натура, тимәк,  тамашасыны аптыратырлыҡ, ғәжәпләндерерлек ролдәрем менән шаҡ ҡатырырға тейеш әле. Әлеге көндә үҙемдең вазифаларымды, етәкселекте ҡалдырып, тулыһынса ижадҡа сумдым. Был - ижадымдың яңы бите, - тип йылмая артист. 
Рөстәм Рамазан улы үҙ театрында ғына түгел, ә Рауил Хәкимов етәкләгән «Беҙҙең театр» рус йәштәр театрында ла  ролдәр башҡарып өлөгрә. Уның «Үле йәндәр»ҙә Собакевич, «Ай тотолған төндә»лә Дәрүиш һәм башҡа үҙенсәлекле ролдәре тамашасыны уйланырға ла, иларға ла, көлөргә лә мәжбүр итә.
Рөстәм Рамазан улы әйтеүенсә, ул ашарға бешерергә ярата, шуға Рауил Хәкимов менән бергә аш-һыу телетапшырыуын булдыра.
- Беҙ уны әле лә ташла маныҡ. Тик әлегә Рауилдың да, минең дә ваҡыт юҡ, - ти.
Тынғыһыҙ эшендә уға һәр саҡ терәк-таяныс булғаны өсөн Рөстәм Рамазан улы ҡатынына бик рәхмәтле.
- Ҡатыным һөнәре буйынса - уҡытыусы, үҙенең эше лә ҡатмарлы. Ул мине һәр ваҡыт аңланы, терәк-таяныс була белде. Айырыуса оҙайлы гастролдәргә киткәндә донъя  йөгөн бер үҙенә тартырға тура килде. Икебеҙҙең дә эштең үтә
яуаплы, күп ваҡыт талап итеүен аңлағанға, улыбыҙға беҙҙең юлдан китмәҫкә кәңәш иттек. Ул хәҙер - инженер-проектлаусы.
Матур юбилейығыҙҙа ниндәй уй-тойғолар кисерәһегеҙ, ваҡыт ҡуласаһын кире бороп булһа, икенсе юлды һайлар, әллә ҡарарығыҙҙы үҙгәртмәҫ  инегеҙме тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе:
- Барыбер ошо юлдан китер инем, тик төҙәтмәләр индереп. Әйтәйек, яуаплы эштәргә ҡурҡмай тотонорға, үҫешергә, ҙур ҡалала эшләү, камиллашыу, ижад итеү кеүек мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа. Ә былай, ошо тормошомдан ҡәнәғәтмен, эшем менән бәхетлемен. Театрыбыҙ алға үрләп, бейеклектәргә күтәрелһен. Ролдәр күберәк булып торһон, тамашасыларҙы яңылары, ҡыҙыҡлылары менән ҡыуандырырға булһын.
Рөстәм Рамазан улы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы ла булып тора, Салауат театрында был эште етәкләй, ҡалалағы алыштырмаҫлыҡ Ҡыш бабай ҙа ул. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте юғары наградалар менән, шул иҫәптә - Станиславскиҙың көмөш миҙалы менән билдәләнгән.
Фотолар театрҙан.

Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Ижадымдың яңы битен асып
Автор: Дина Галеева
Читайте нас