газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2025, 10:27

Өләсәйле булыу - бәхет

Күптән түгел «Ак калфак» татар ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенең Башҡортостан төбәк ижтимағи ойошмаһы Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Өләсәйем һабаҡтары» бәйгеһен уҙғара. Беҙҙең ҡала вәкилдәре лә ҡатнашып, мәртәбәле урындар алды.

Өләсәйле булыу - бәхет
Өләсәйле булыу - бәхет

- Был бәйге - быуындар бәйләнешен нығытыу, татар халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолдо. Конкурста ҡатнашыусы ғаиләләр - барыһы ла еңеүселәр. Баш ҡалаға килеп, ҙур сәхнәлә сығыш яһау - үҙе ҙур еңеү, - тине ғаиләләрҙе тәбрикләп Башҡортостан татарҙары конгресының башҡарма комитеты рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов.
«Ак калфак» татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының Башҡортостандағы бүлеге етәксеһе Люциә Вафина билдәләүенсә, әлеге сара милләтте, быуындарҙы, ғаиләләрҙе берләштерә.
- Балалар бик ныҡ әҙерләнде. Иң элек улар урындарҙа сығыш яһаны, иң-иңдәр һайлап алынды. Бөгөн инде улар ҙур сәхнәлә, барыһына ла уңыштар теләйбеҙ, - тине Люциә Ябир ҡыҙы.
Бәйгелә алты ғаилә ҡатнаша. Улар араһында беҙҙең Салауат ҡалаһынан Аслан Хәбибуллин әсәһе Гүзәл Рәфил ҡыҙы, өләсәһе Нурия Шамил ҡыҙы менән үҙ талантын күрһәтә.
- Конкурс биш номинацияла уҙҙы. «Ғаилә альбомы»нда балалар үҙҙәре һәм ғаиләләре менән таныштырҙы. «Милли ризыҡ» номинацияһында һәр ғаилә аш-һыуға оҫталығын күрһәтте. Балалар ғаиләлә яратып әҙерләгән милли ризыҡты тәҡдим итеп, өләсәйҙәренең шәп рецептары менән бүлеште. «Һорау бирер балалар, ни тиерҙәр өләсәйҙәр» номинацияһында ейәндәр өләсәйҙәргә көтөлмәгән һәм ҡыҙыҡлы һорауҙар юлланы. Ә өләсәйҙәр төшөп ҡала торғандарҙан түгел - тапҡыр яуаптарҙы тиҙ тапты. «Ғаилә ансамбле» номинацияһы бәйгенең иң күркәм өлөшө булғандыр. Ғаиләләр халҡыбыҙҙың милли йолаларын сәхнәлә тергеҙҙе. Беҙҙең ҡаланан Аслан Хәбибуллин һәм уның яҡындары «Кис ултырыу йолаһы»н күрһәтте. Олатай-өләсәйҙәрҙең матур йәшлеге, саф күңеле, дәртле йөрәге, уңған-булғанлығы бер нисә минутлыҡ тамашала сағылды. Уларға «Энжеләр» төркөмө лә ярҙам итте. Аслан үҙе лә шәп егет. Ҡала мөхитендә үҫһә лә, тырышып туған телен өйрәнә, көй-моңға бейеп тә, йырлап та ебәрә. «Һаҡлай мине, яҡлай мине өләсәйем доғалары» тип аталған номинацияла балалар сиратлап доғалар уҡыны. Өләсәйҙәре менән бергә үҫкән сабыйҙарҙың доғаларҙы яттан белеүе һоҡландырҙы, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре уятты, - тип уртаҡлаша ҡалалағы “Ак калфак” татар ҡатын-ҡыҙҙары союзы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Вәсилә Бәширова.
Бына еңеүселәрҙе иғлан итер мәлдәр етә, уны һәр кем түҙемһеҙлек менән көтә. Дүртөйлөнән Йәннәт Бимәтова һәм Илеш районы Ҡарабаш ауылынан Ислам Сәйфуллин Гран-при эйәләре була. Аслан Хәбибуллин биш номинацияла ла беренсе урын алыуға ирешә, диплом да тапшырыла. «Энжеләр» төркөмө лә дипломға лайыҡ була. Шулай уҡ Айрат Бәшировҡа, Алина Шәймәрҙәноваға «Гүзәлдәр тыуҙырған гүзәллек» дипломы тапшырыла.
Фото Вәсилә Бәшированан.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас