ВАҠЫТ
Эй, һин, ваҡыт! Әҙ генә сабыр ит,
Ашыҡмасы, алға йүгермә.
Йәшәргә лә ныҡлап өлгөрмәнем,
Һары көҙөм алда күренә.
Эй, һин, ваҡыт! Алға тәгәрәмә,
Башҡараһы бик күп эштәр бар.
Күрелмәгән ерҙәр, һабаҡташтар,
Әйтелмәгән мөһим һүҙҙәр бар.
Эй, һин, ваҡыт! Зинһар көтөп торсо,
Ошо сағым үҙемә оҡшай.
Алтын көҙөм яҙҙарға биргеһеҙ,
Ваҡыт ҡына... Тормай шул туҡтап.
Ваҡыт бит ул – аҡҡан һыуҙар кеүек,
Ваҡыт бит ул – иҫкән ел кеүек.
Ваҡыт бит ул – янып һүнгән усаҡ,
Бик тиҙ үтә, осҡан уҡ кеүек,
Тотоп булмай торған нур кеүек!
Нәүфилә Юлбарыҫова.
КӨҘГӨ ЯПРАҠ
Көҙгө елдәр япраҡтар туҙҙырып,
Алыҫтарға елә ашығып.
Тик мин генә алтын япраҡтарҙы
Һағынырмын инде бойоғоп.
Баҡса юлы бөгөн бигерәк матур:
Һары япраҡ хас та алтындай.
Берсә күтәрелә, берсә ята,
Тулҡындарға оҡшап ҡалғандай.
Ана, ҡошсоҡ яланғас ағаста
Көҙгө йырын һуҙа, күрәһең.
Тойғоларым көҙгө баҡса кеүек –
Хушлашырға тиеп киләмен.
Гөлсирә Фәйзуллина.
АТАЙ-ИНӘЙ РӘХМӘТЕ
Атай -инәй рәхмәттәрен алыу
Оло сауап тормош юлына.
Изгелек әжере һис юғалмаҫ
Йәнәш барыр ғүмер буйына.
Мең бәләнән ҡотҡарыр бер рәхмәт,
Ризалыҡтан күңел нурланыр.
Аяҡ аҫтындағы бәләләрҙән
Аҙым һайын һаҡ булып торор.
Рәхмәт алған рәхмәт әйтә белер,
Изгелектең ҡайтауазы киң.
Атай-инәй рәхмәтенең көсө
Һаҡлап барған фәрештәгә тиң.
Нәжибә Фәйзуллина.
ТОҒРОЛОҠ
Бына майҙан. Йыйылдылар
Эшҡыуар – көйәрмәндәр,
Аҡсаларын атҡа ҡуйып
Маһайып йөрөүселәр.
Бөгөн ярышта аттарҙың
Мировой еңеүсеһе,
Ярһыу ҡанлы, голланд тоҡом,
Һеләүһен исемлеһе.
Теҙелгәндәр аттар рәткә,
Ярыш ҡыҙырға тора.
Көйәрмәндәр ҡул сабалар,
Тамашасы һыҙғыра.
Текә баҫып, ғорур тора
Еңелмәҫ ат, Һеләүһен,
Тик йөрәге ярһып тибә,
Ниҙер һиҙә, күрәһең?
Ваҡыт һуҡты – еҙ сыңланы,
Аттар уҡтай атылды.
Күк күкрәне – ер һелкенде,
Тояҡтар бит дағалы.
Аяҡ үрә баҫты халыҡ,
Алға сыҡҡас Һеләүһен,
Туҡта, туҡта, таныны ат,
Үткән саҡта берәүһен...
Таныны ат Айҡыяғын,
Йөрәге ярһып типте.
Юҡ, юғалтмаҫ бөгөн йәрен,
Ярыш ҡайғыһы китте...
Айҡыяҡ та онотмаған
Бәһлеүән, сибәр атты.
Ике йөрәк бергә типте,
Ғашиҡтар бергә сапты.
Һеләүһендең ғашиҡ утын
Әллә хужаһы һиҙҙе,
Бай көйәрмәндәр ғазабын
Әллә мәрәкә күрҙе?
Теҙгенде хужа тартмманы,
Ғашиҡтар йәнәш сапты...
Пар аҡҡоштай аттар саба,
Бына финиш һыҙығы,
Көйәрмәндәр зыҡ ҡуптылар,
Шунда уның ҡыҙығы.
Пар ғашиҡтар ары сапты,
Эштәре юҡ уларҙа.
Һөйөүҙең бәхет икәнен
Белә икән аттар ҙа.
Гөлнара Сәйфетдинова.
ЕРҘӘШТӘРГӘ ҺҮҘ
Мәрхәмәт ҡылығыҙ – үҙегеҙгә
Шундай мәрхәмәтте ҡылырҙар.
Таш атҡанға аш менән атығыҙ,
Яҡшылыҡты һәр саҡ аңларҙар.
Бер кемде лә, зинһар, ҡарғамағыҙ,
Ҡарғыш-һөрөм ҡаплар ер йөҙөн.
Яуызлыҡтан сәсәп үлербеҙ бит,
Бер Аллаһ та әйтмәҫ үҙ һүҙен.
Иман нуры ҡасһа ер йөҙөнән,
Нимә алыр беҙҙән киләсәк?
Изгелек ҡороһа, кешелек тә
Мираҫ ҡалдырмайса үләсәк...
Сәүиә Бикмөхәмәтова.
ИҘЕЛ ЯРЫНДА УЙЛАНЫУҘАР
Үтеп китте бала-саҡтар,
Килеп етте һөйөр саҡ.
Ҡыҙ-ҡырҡынды, егеттәрҙе
Саҡырғандай Һөйөрсәк.
Һыуҙа йөҙөп Иҙел сыға,
Йәштәр Ҡыҙыл Ярҙарға,
Серен сисеп һөйләр өсөн
Тәүге һөйгән йәрҙәргә.
Ташлығырға йөҙөп сығып
Мөхәббәтле, тау үрләй,
Тау башына менеп баҫып
Ғишыҡ йырҙарын көйләй.
Һөйөрсәккә менеп баҫтыҡ,
Ҡышҡы көндө саңғыла.
Йәйен килдек еләк, тиеп
Һөйөрсәккә тағы ла.
Йөрәктәй ҙә тау, матур тау,
Сөйөлөп тора Һөйөрсәк.
Йөрәктәрҙе елкендереп
Иҫкә төшә һөйөр саҡ.
Мәйсәрә Хәйрова.
ТОРМОШ
Миңә әсәй ғүмер бүләк иткән,
Рәхмәтлемен уға, хәҙер ҙә!
Йылы ҡосағында иркәләнеү,
Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә.
Тыуғанмын мин изге йома көндө,
Йәшәр өсөн ғүмер бирелгән.
Тамырҙарым үткән менән бәйле,
Шуға улар бергә үрелгән.
Ата-бабаларҙан ҡалған йола,
Йома – изгеләрҙән һанала.
Мәсеткә барып хәйерҙәр һалғас,
Йөрәгебеҙ тыныслыҡ ала.
Йома көнө аҙнаға бер килә,
Онотмайыҡ хәйер бирергә.
Мәрхүмдәрҙе иҫебеҙгә алып,
Доға-сүрә уҡыйыҡ бергә.
Йома көнө, байрам төҫө ала,
Һый-хөрмәттәр булыр табында.
Йомаларҙың изге намаҙҙарын
Тыңлай алһаҡ ине, тағын да.
Тормош та бит шулай яратылған:
Тыуып, үҫеп, йәшәп китәһең.
Йондоҙҙар ҙа күктә мәңге янмай,
Атылалар, ни хәл итәһең...
Марс Ибраһимов.