Сәнғәт мәктәбе алыҫ 1959 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Әлеге көнгә тиклем бөтә майҙан, ә был өс мең квадрат метр, файҙаланылмаған, сөнки биналарҙың яртыһында тиерлек инженер коммуникациялары булмаған. Сәнғәт мәктәбе 1,5 мең квадрат метрҙа ғына урынлашҡан.
Һәм бына15 йылдан һуң мәҙәниәт учреждениеһын яңыртыу өсөн 55,1 миллион һум күләмендә федераль ярҙам бирелә, республика тағы 1,1 миллион бүлә, муниципалитет та шул сумманы өҫтәй - бөтә средстволар ҡыйыҡты монтажлауға, фасадты һәм инженер селтәрҙәрен яңыртыуға, эстән биналарҙы биҙәүгә, тәҙрәләрҙе алмаштырыуға йүнәлтелә. Капиталь ремонттан һуң бында яңы аудиториялар, тамаша залы һәм китапхана менән заманса киңлек барлыҡҡа киләсәк.
- Декабрҙә үк мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Быларҙың барыһы ла «Ғаилә» милли проекты ярҙамында бойомға ашырыла, - тине Радий Хәбиров мәктәп биналарын ҡарап сыҡҡас. - Беҙҙең мәҙәниәт министрлығы етди эш башҡарҙы. Хәҙер балаларҙың ижады һәм үҫеше өсөн лайыҡлы шарттар алыуына күңел шатлана.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, киләһе йылда художество мәктәбе алдындағы биләмәнең дә төҙөкләндерәсәген, финанс ярҙамын «Газпром нефтехим Салауат»компанияһы күрһәтәсәген билдәләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, художество мәктәбенә 650 кеше йөрөй. Йыл һайын тәрбиәләнеүселәр конкурстарҙа еңә. Сығарылыш уҡыусыларының өстән бер өлөшө тиерлек юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә. Дәрестәр «Һынлы сәнғәт» һәм «Архитектура» һөнәри программалар, шулай уҡ дөйөм үҫеш программалары буйынса алып барыла. 2024 йылда президент гранттары Фонды ярҙамында сәләмтәлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы балсыҡтан әйберҙәр эшләү оҫтаханаһы асыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.